Ағиҙел ҡасабаһы егеттәре сәхнәлә өҙә баҫып бейеп төшкәс, бәйгене Иҫке Собханғол мәктәбе уҡыусылары «Урал батыр» эпосынан өҙөк менән башлап ебәрҙе. Төрлө төбәк-ара конкурста призлы урын яулауға өлгәшкән, Өфө сәхнәләрендә лә танылыу яулаған йәш сәсәндәр – Илтимер Мырҙағолов, Алик Хәкимов, Ғәзинур Манапов, Арыҫлан Күлбаевтар мәшһүр эпосыбыҙҙы матур итеп һөйләп, уның эстәлеген тамашасыға үҙенсәлекле еткерә алды. Афарин! Уларҙа – I урын.
Байназарҙар ҙа һынатманы – Азамат Ҡарағолов, Гүзәлиә Әхмәтова, Ильяс Ситдиҡов, Ғәзиз Ғәлиуллиндар оҫта сығыш яһап, II урын яуланы.
Эпосты яңғыҙ башҡарыусылар араһында ярыш бик сәмле барҙы – йәш сәсәндәр думбырала ла уйнаны, ҡурайҙа ла һыҙҙыртты, ҡумыҙ, һыбыҙғы тауышын да ишеттерҙе. Һоҡланып ҡарап ултырҙы тамашасылар.
Тел уҡытыусыларының, йәш сәсәндәрҙең үҙҙәренең, атай-әсәйҙәренең фантазияһына ла хайран ҡалырлыҡ – һәр кем эпостағы боронғо дәүерҙе кейемендә сағылдырырға тырышҡан.
Аҫҡарҙан Илзидә Ғиззәтуллина сәхнәлә жюри ағзаларын да илатты, үҙе лә әҫәрләнеп, берсә күҙҙәренә йәш алып, берсә йылмая-көлә – ысын театр артисы кеүек бәйән итте эпосты. VI синыфта ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, ошондай сығыш әҙерләй алыуы һоҡланғыс күренеш инде! Илзидә – уҡыу алдынғыһы. Бар йөкмәтелгән эште ҙур яуаплылыҡ менән башҡара икән тырыш ҡыҙ. Район, республика кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, күп кенә призлы урындар яулап та өлгөргән.
– Эпосты балалар баҡсаһына йөрөгән сағымдан уҡ ятлай башланым. Миңә ошондай күләмле текстарҙы һөйләү ныҡ оҡшай. Әлбиттә, айҙар дауамында әҙерләнеү күп көс талап итә. Үҙемдәге бөтә һәләтемде ҡулланып башҡарырға тырыштым. Быйыл мин 1 мең 300 юлды ятланым. Эпосты һөйләгәндә думбырала уйнаным, ҡумыҙын да сирттем. Бәйге оҡшаны, башта ҡаушап ҡалһам да, тиҙ генә тынысланып, һөйләп бөттөм. Киләсәктә тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә үрләргә, тигән маҡсатым да бар, – ти Илзидә Ғиззәтуллина.
Шулай итеп, тәүге секцияла I – IV, VIII – XI cиныф уҡыусылары сәсәнлектә ярышһа, икенсеһендә V – VII синыф уҡыусылары көс һынашты. Әлбиттә, 30-ҙан ашыу бәйгесе майҙан тотҡан ярышты баһалау жюри ағзаларына еңел булмағандыр ул.
V – VII синыф уҡыусылары араһында Гран-приға Аҫҡар мәктәбенең VI синыф уҡыусыһы Илзидә Ғиззәтуллина лайыҡ булһа, I урынға Иҫке Монасип мәктәбенең V синыф уҡыусыһы Исмәғил Йыһануров сыҡты.
Башланғыс синыфтар араһында Яңы Собханғол мәктәбенең III синыф уҡыусыһы Илйәнә Ҡарағолова – Гран-при, ә I урынды Иҫке Собханғол мәктәбенең III синыф уҡыусыһы Батырхан Сәйетбатталов яуланы.
Шулай уҡ бик күп уҡыусылар төрлө номинациялар буйынса бүләкләнде. VIII – XI cиныфтар араһында Иҫке Собханғол мәктәбенең VIII уҡыусыһы Эльвина Бәҙәмшина – «Маҡсатҡа ынтылыш», ошо уҡ мәктәптең X cиныф уҡыусылары Айтуған Әминев – «Рух һаҡсыһы», ә Диана Мырҙабаева «Сәсәнлек һәләте» номинацияһы еңеүселәре булды. Барығыҙҙы ла ҡотлайбыҙ!
Мәшһүр эпосыбыҙҙы үлемһеҙ итеп, ундағы өндәү-орандарҙы тормош девизыбыҙға әйләндереп, ауыҙ-тел ҡомартҡыларыбыҙҙы киләсәк быуынға бар мәшһүрлегендә еткереү беҙҙең, әлеге йәш сәсәндәрҙең изге бурысы инде.
Шундай бай йөкмәткеле һәм сағыу бәйгене ойоштороусы бөрйәндәргә рәхмәт әйтәһе килә.
З. ӘҘЕҺӘМОВА.
Бөрйән районы.