+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
10 Июнь , 14:30

Турслёт үтте

Йәнтеш ауылы янында үткән ике көнлөк турслёт иллегә яҡын ҡатнашыусыны йыйҙы. Сараны Аҡъяр ауылы Балалар ижады йорто ойошторҙо.

Турслёт үтте
Турслёт үтте

Аҡъяр һәм Маҡан мәктәптәрендә туристик берләшмәләрҙә шөғөлләнеүселәр һәм йәш армеецтар өсөн иң ябай конкурс – “Сәләмләү", ә иң ҡатмарлыһы "Ҡатнаш туристик маршрут" булды. Турслётта "Бөркөт" (1-се Аҡъяр мәктәбе), "Патриот" (Маҡан мәктәбе), "Батыр" (3-сө Аҡъяр мәктәбе), "Өлкән туристар" (1-се Аҡъяр мәктәбе), "Бәләкәй туристар" (1-се Аҡъяр мәктәбе), "Йылмайыу" (Аҡъяр ауылы Балалар ижады йорто) һәм "Витязь" (2-се Аҡъяр мәктәбе) командалары ҡатнашты.

Балалар ваҡытын күңелле үткәреп кенә ҡалманы, үҙҙәренең көсөн, сыҙамлылығын да һынаны. Ике көн дауамында йәш армеецтар һәм туристар отрядтары төрлө заданиелар үтәне. Уларҙан тыш художестволы үҙешмәкәрлеккә лә урын бирелде. Ә йылғала һыу инеү, дискотека сараның онотолмаҫлыҡ бер өлөшөнә әүерелде.

Һөҙөмтәлә, I урынды – “Өлкән туристар”, II – “Йылмайыу”, III урынды “Витязь” командаһы яуланы. Ҡотлайбыҙ!

 

Гөлназ ИБРАҺИМОВА.

Хәйбулла районы.

Турслёт үтте
Турслёт үтте
Турслёт үтте
Турслёт үтте
Турслёт үтте
Турслёт үтте
Турслёт үтте
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: