Өфөгә юлы төшкәндә, уҡыусыһының бүләген алырға кергән икән. Йыланыш ауылы ҡыҙы Айгүзәл Абдрахманова яҙын үткәрелгән "Оҙонсәс" фотоконкурсында еңеүселәрҙең береһе булғайны. Бына нимә тип яҙғайны уҡытыусыһы: "Был һылыуҙарҙан-һылыу ҡыҙыҡай – минең алдынғы уҡыусым! Ул Дыуан-Мәсетле урта мәктәбенең III синыфында уҡый. Айгүзәл – тырыш, уңған уҡыусы, гел "5" билдәләренә өлгәшә, бик ныҡ бейергә ярата. Ҡыҙ оҙон ҡалын сәстәре менән ғорурлана, гел тәрбиәләп, толомлап үреп йөрөтә. Оҙон матур сәстәре уға бик килешә. Уңыштар һиңә, Айгүзәл!!! Күҙ теймәһен! 

"