-2 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
21 Июнь , 10:33

"Иҫтәлекле мәлем" фотоконкурсы

Йәйҙең һәр көнөн ҡыҙыҡлы, файҙалы итеп үткәрге килә, шулай бит? Тау буйҙарында еләк бешә, баҡсала емештәр өлгөрә, ә тирләп-бешеп йылғаға барып сумыуы ниндәй рәхәт! Берәү ҙә эшһеҙ ултырмай, йорт-ҡура тирәһендә ата-әсәһенә ярҙам итә, хатта аҡса эшләргә лә өлгөрә. Күптәр ғаиләләре менән сәйәхәткә сыға: яҡындағы тау-мәмерйә булһынмы, йә диңгеҙ буйымы... Һәр мәлде фотоға төшөрөп алырға ла күнеккәнбеҙ.

"Иҫтәлекле мәлем" фотоконкурсы
"Иҫтәлекле мәлем" фотоконкурсы

Дуҫтар, ошо фотолар араһынан иң ҡыҙығын йә ҡыҙғанысын, һын ҡатырғысын йә йәлләттергесен, ғөмүмән, иң иҫтәлеклеһен һайлап алып, беҙгә конкурсҡа ебәрегеҙ! Бер нисә һөйләм менән аңлатма яҙырға ла була. Исем-фамилияғыҙҙы, ҡайҙан икәнегеҙҙе яҙырға онотмағыҙ.

Август аҙағында иң ҡыҙыҡ, сағыу фотоһүрәттәрҙе һайлап, еңеүсене билдәләрбеҙ. Үҙегеҙҙе гәзит биттәрендә лә күрергә мөмкин булыр! Әйҙәгеҙ, башланыҡ! Эштәрҙе фотоконкурс битенә комментарийға беркетергә кәрәк.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: