Һоҡланам
Ағиҙелкәй буйы бигерәк йәмле,
Тау башында уның – ҙур ҡала.
Өфө һәйкәлдәре, парктарына,
Күркәм йорттарына һоҡланам.
Сулпан ҒӘЛИУЛЛИНА,
II синыф уҡыусыһы.
Йәмле Өфө
Тау башында балҡый бер ҡала,
Ул ҡала Өфө тип атала.
Эргәһенән аға Ағиҙелкәй,
Пароходтар һыуҙа сайҡала.
Яр башында һәр бер килеүсене
Батырыбыҙ Салауат ҡаршы ала.
Ислам ҒӘЛИУЛЛИН,
V синыф уҡыусыһы.
Яҡты йондоҙ кеүек балҡыйһың
Өфө – илемдең йөрәге!
Өфө – беҙҙең баш ҡала!
Ике йылға араһында,
Ете ҡалҡыулыҡ өҫтөндә
Яҡты йондоҙҙай яна.
Таң ҡалырлыҡ матурлығың
Арбай йәшен һәм ҡартын.
Әле иң йәмле сағың,
Һиңә килермен тағын!
Таһир Рәхимов,
йәш хәбәрсе.
Ауырғазы районы,
Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.