+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
28 Июнь , 10:45

Запорожьенан да ҡатнаштылар

Быйылғы төбәк-ара "Урал батыр" эпосын башҡарыусылар конкурсында Запорожье өлкәһенән дә ҡатнашыусылар булыуы әһәмиәтле.

Запорожьенан да ҡатнаштылар
Запорожьенан да ҡатнаштылар

Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ ярҙамы менән килгән.
Әлбиттә, Запорожье уҡыусылары "Урал батыр" конкурсы тураһында белеп ҡалғас, ныҡлы әҙерләнгәндәр. Эпостың урыҫ телендәге вариантынан өҙөктәр ятлағандар. Үҙҙәрендәге һайлап алыу турында 20-нән ашыу кеше ҡатнашҡан, финалға бишәү килгән. Конкурстың "Видеороликтар" номинацияһына эштәрен тәҡдим итеп, улар призлы урындар алды. Ҡунаҡтар шулай уҡ бөйөк эпосты төрөк теленә тәржемә иткән ғалим, тел белгесе Ғәйнислам Ибраһимов иҫтәлегенә булдырылған махсус премияға лайыҡ булды. Уны баһалама комиссияһы ағзаһы, филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Саламатова тапшырҙы.
Башҡорттоң бөйөк "Урал батыр" эпосы бына шулай төрлө халыҡтарҙы дуҫлаштыра.

Фото: Юлай Кәримов.

Автор видеоһы.

Запорожьенан да ҡатнаштылар
Запорожьенан да ҡатнаштылар
Запорожьенан да ҡатнаштылар
Запорожьенан да ҡатнаштылар
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: