+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
2 Июль , 11:59

Үҙе бер мөғжизә!

"Өфө ҡалаһы ни өсөн матур?" конкурсына мәҡәләләр килеүен дауам итә. Сираттағы хат – йәш хәбәрсебеҙ Илнур ҒӨБӘЙҘУЛЛИНдан.

Үҙе бер мөғжизә!
Үҙе бер мөғжизә!

Башҡортостандың баш ҡалаһы Ҡариҙел һәм Ағиҙел йылғалары ҡушылған ерҙә урынлашҡан. 1574 йылда бейек ярымутрауҙа нигеҙ һалына уға.

Ағиҙел буйында Баш­ҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуы хөрмәтенә мөһабәт монумент ҡуйыл­ған. Ә алыҫ түгел ярһыу арғымаҡҡа атланып, Емельян Пугачёвтың тоғро юлдашы, башҡорт халҡының милли геройы, шағир-импровизатор Салауат Юлаев баҫып тора. Уға ҡарап һоҡланып туймайһың. Өфөлә хал­ҡыбыҙҙың күренекле улдарының иҫтәлеген мәңгеләштергән һәйкәлдәр, тарихи урындар һанап бөткөһөҙ.
Уҡыу йылының һуңғы көнөндә синыфташтарым менән баш ҡалабыҙға юл тоттоҡ. Беренсе туҡталышыбыҙ Ағиҙел йылғаһы буйы булды – катерҙа йөрөнөк. Был минең өсөн беренсегә ине.
Артабан сәйәхәтебеҙҙе «Аҡбуҙат» иппод­ромында дауам иттек. Ашап алғас, бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдең һәйкәлен барып күрҙек. Ҡаланың сағыу мәҙә­­ни үҙәге «Арт-­КВАД­РАТ»та фотоға төштөк. Шул уҡ көндә «Китап-байрам» бара ине, унда ла булыу бәхете тейҙе.
Һуңғы туҡталышыбыҙ лазер клубы булды. Синыфташтарым менән ике командаға бүлендек тә рәхәтләнеп «атыштыҡ». Унан инде шәп кәйеф менән Ишембайға ҡайтып киттек.
Минең өсөн Өфөнөң һәр бер урыны – үҙе бер мөғжизә.
Өфөм – илдең аҫыл бер ынйыһы,
Туғанлыҡ һәм дуҫлыҡ төйәге,
Башҡортостан атлы гүзәл ерҙең
Мәңге тибер дәртле йөрәге, – тип яҙған күренекле шағир Файыҡ Мөхәмәтйәнов.

 

Үҙе бер мөғжизә!
Үҙе бер мөғжизә!
Үҙе бер мөғжизә!
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: