+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
4 Июль , 08:35

Ҡаймағы ла, күбеге лә тәмле!

Дуҫтар, һеҙ ҙә иртән сепарат тауышына уянаһығыҙмы? Шәп бит! Беҙ ҙә бәләкәй саҡта ҡаймаҡтан алда ошо фотолағы балалар кеүек күбеген ялай торғайныҡ.

Ҡаймағы ла, күбеге лә тәмле!
Ҡаймағы ла, күбеге лә тәмле!

Ауылдарҙа мал көтөүселәр кәмей-кәмеүен, әммә һыйыр тотоп, уның һөтөн эш итеп йәшәгән уңғандар күп әле. 

Ә был фотоны "Иҫтәлекле мәлем" конкурсына Баймаҡтан Марсель Шәйәхмәтов тәҡдим итте. Латифа Әминева һәм Мәҙинә Исламғолова исемле ҡыҙҙарҙы төшөрөп алған ул. Бик матур, "тәмле" фото, шулай бит!?

Дуҫтар, "Йәншишмә" иғлан иткән фотоконкурс август аҙағына тиклем дауам итәсәк. Һеҙҙән иҫтәлекле, ҡыҙыҡлы фотолар кәтәбеҙ. Кемдәрҙе төшөргәнһеғеҙ, улар тураһында мәғлүмәт яҙырға онотмағыҙ: https://vk.com/topic-45440006_51299022.

Ҡаймағы ла, күбеге лә тәмле!
Ҡаймағы ла, күбеге лә тәмле!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: