+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
18 Июль , 16:36

Бесән мәле

"Иҫтәлекле мәлем" фотоконкурсына килгән эштәр менән таныштырыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ.

Бесән мәле
Бесән мәле

 "Ҡурсаҡтарын, тәтәйҙәрен өйҙә ҡалдырып, бәләкәс кенә донъяһының сиктәрен ҙурайтып, бесәнгә барып ҡайтты Асия. Әсәһенән бер тотам ҡалмаған, минут та тик тора алмаған ҡыҙсыҡ еләк ашарға ла, тәмләп урман сәйен эсергә лә, хуш еҫле мәтрүшкә йыйышырға ла, атаһына ярҙам итергә лә өлгөрҙө.
Фотола: бесәнсе-еләксе ҡыҙ Асия, 1 йәш тә 3 ай", - тип яҙып ебәргән Туймазы районынан дуҫыбыҙ Гөлшат Ғайнанова. 

Йәш хәбәрсебеҙ Илнур Ғөбәйҙуллин иһә Ишембай районы Ҡолғона ауылында бесән эшләшә икән. Үлән ныҡ үҫкән икән шул, хатта ишек алдынан бер күбә сабып алырлыҡ булған. Матур фотоларығыҙ менән уртаҡлашҡанығыҙ өсөн рәхмәт, дуҫтар!

"Иҫтәлекле мәлем" конкурсына эштәрегеҙҙе ошо һылтанма аша үтеп беркетегеҙ: https://vk.com/topic-45440006_51299022?post=155 8.

Бесән мәле
Бесән мәле
Бесән мәле
Бесән мәле
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: