«Баҡшай мәргәне» бәйгеһе ошо урын атамаһы менән бәйле. Йыл һайын республикабыҙҙың төрлө райондарынан уҡсыларҙы йыя ул. Быйыл да уғатарҙар алышы байрамдың төп йәме булып торҙо. Әбйәлил, Баймаҡ, Балаҡатай, Бөрйән, Белорет, Ишембай, Хәйбулла райондары һәм Өфө ҡалаһы мәргәндәре үҙҙәрен һынаны.
Халыҡтың бер өлөшө концерт ҡарап кинәнгән арала бүтән майҙансыҡтарҙа төрлө саралар, уйындар барҙы. Күптәр спорт мастеры, РСФСР чемпионы Радик Зәйнуллин иҫтәлегенә ойошторолған көрәш барышын ҡарарға теләне. Унда йәш егеттәр-ҡыҙҙар ҙа, ир-ат та ҡатнашты. Бәйге бик сәмле барҙы, еңеүсегә һарыҡ тәтене.
Ат сабышын ҡыҙыҡһынып күҙәттек. Еңеүселәрҙең береһе – ике төрлө аралыҡта тәүге урындар алған Вилдан Кинйәбаев менән һөйләшергә форсат сыҡты. Уға бүләккә телевизор менән һыуытҡыс тапшырҙылар.
– Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Яңы Субыл ауылынанмын. Ун беренсе синыфҡа күстем. Бәләкәйҙән аттар менән ҡыҙыҡһынам, бәйгеләрҙә йыш ҡына призлы урындар алам, – ти егет. Һүҙгә Дәүләтбай олатаһы ла ҡушыла:
– Үҙем йәш саҡта һабантуйҙарҙан ҡалманым. Улымды ла өйрәттем, хәҙер бына ейәнем ғаилә йолаһын дауам итә. Ошолай үҙебеҙҙә һәм күрше өлкәләрҙә ат сабышында ҡатнашып торабыҙ.
Мәүлит Ямалетдинов исемендәге ҡурайсылар конкурсында, гармунсылар бәйгеһендә һәм Фәсих Кәримов исемендәге бейеүселәр ярышында ла шулай уҡ балаларҙың күплеге шатландырҙы. Һәр сығыш алҡыштарға күмелде, лайыҡлылар баһаһын алды.
Ҡул эштәренән күргәҙмә, оҫталыҡ дәрестәре, сауҙа итеү – байрамға килеүсе һәр кем теләгәнен өйрәнә, ҡарай, һатып ала алды. Фестиваль киске концерт һәм ритайым менән тамамланды.