Был турала "Иҫтәлекле мәлем" фотоконкурсына Сара Йосопова яҙып ебәргән. "Динопаркка сәйәхәт ҡылдым, «Балауыҙ һындар » музейында булдым, яҡындарым менән тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял иттем: һыу индек, еләк йыйҙыҡ. Ә иң иҫтә ҡалғаны - роликта оҫта йөрөргә өйрәндем. Шулай уҡ яратҡан гәзитем «Йәншишмә»не даими уҡып барам. Йәйем бик күңелле үтә!" - тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша ҡыҙ.