+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
25 Июль , 09:42

"Өс таған"да ҡатнашығыҙ

Быйылғы “Өс таған” республика үҫмерҙәр һәм балалар кинофестивале Ғаилә йылына арнала.  

"Өс таған"да ҡатнашығыҙ
"Өс таған"да ҡатнашығыҙ

Унда 18 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша. Шулай уҡ атай-әсәйҙәре йәки уҡытыусылары менән эшләгән үҫмерҙәр ҙә эштәрен ебәрә ала. Тик өлкәндәр икәүҙән артыҡ булмаҫҡа тейеш. 

Номинациялар: ҡыҫҡа метражлы фильм, документаль фильм, йәнһүрәт, музыкаль клип, социаль ролик. 

Фестиваль ике этапта үтәсәк: 22 июлдән 7 сентябргә тиклем ғаризалар һәм эштәр ҡабул ителә, 7-һенән 30 сентябргә тиклем баһалама комиссияһы эше.

https://vk.cc/cyCE80 сайтында положение менән ентекләп танышырға мөмкин. 

Фестивалде Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Ә. Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы, Башҡортостан кинематографистар союзы ойоштора.

Фото: vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: