Ҡолғона ауылы мәҙәни үҙәгендә Ғаилә йылына арналған “Йәшә, ауылым! Беҙ бергә!” исемле бик матур сара үтте. Байрам тамырҙары менән ошо ергә бәйле булған, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашып йәшәгәндәрҙе бергә тупланы. Һуңғы йылдарҙа илдә күҙәтелгән ваҡиғалар шауҡымы Ҡолғона ауылын да ситләп үтмәне. Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәй, килеп тыуған һынауҙарға бирешмәй, лайыҡлы көн күрә ауылдаштар.
Байрамды мәҙәниәт йорто һәүәҫкәрҙәре тарафынан әҙерләнгән концерт биҙәне. Айырыуса балаларҙың сығышы халыҡҡа оҡшаны.
Тағы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә блиндаж өсөн майшәмдәр эшләү, маскировка селтәре бәйләү ойошторолдо. Балалар өсөн халыҡ уйындары уйнатылды. Беҙ Гөлиә туғаным менән бергә "Донъя рәхәт" йырын башҡарҙыҡ.Алла бирһә, егеттәребеҙ еңеп, тиҙерәк үҙ йортарына ҡайтһын ине!
Илнур ҒӨБӘЙҘУЛЛИН.
Ишембай ҡалаһы,
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге
2-се башҡорт интернат-гимназияһы.