Проект былтыр республика Башлығы гранттары фонды ярҙамында барлыҡҡа килгәйне. Маҡсат булып Ватанға һөйөү, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау торҙо.
Беренсе этапҡа шайморатовсыларҙан 69 ғариза алынған. Икенсеһенә 16 команда үтте, һөҙөмтәлә, 80 шайморатовсы үҙен квеста һынап ҡараны. «Тамыр» телеканалы командирҙар өсөн «Ат уйнатып...» өҫтәл уйынын да уйлап сығарҙы.
Өсөнсө этап «Патриот» паркында уҙҙы. Унда 5 команда саҡырылғайны: Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия, Күгәрсен районы Мораҡ ауылынан Мортаза Рәхимов исемендәге башҡорт гимназияһы, Дәүләкән интернат-лицейы, Туймазынан 1-се гимназия һәм Өфөнән 2-се «Смарт» республика полилингваль күп профилле гимназияһы. Финалсы шайморатовсылар 7 көн дауамында ярышты, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, спикерҙар сығыштарын тыңланы.
Һуңғы этап барышында «Ат уйнатып» реалити-шоуы төшөрөлдө лә инде. 27 август «Родина» кинотеатрында уларҙың береһен күрһәттеләр.
– Йәш дуҫтарыбыҙ, рәхмәт һеҙгә! Проекты төшөргән мәлдә барығыҙға ла һоҡланып туйманыҡ: белемлеһегеҙ, аҡыллыһығыҙ, бер-берегеҙҙе хөрмәт итә беләһегеҙ. Уйын уйланылғандан да ҡыҙығыраҡ, текәрәк килеп сыҡты, – тине ойоштороусыларҙың береһе, балалар телеканалы етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина.
Ә еңеүселәрҙең кемлеген белгегеҙ килһә, 31 августа БСТ йәки «Тамыр» каналдарын ҡабыҙығы