-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
28 Август , 10:40

Еңеүселәр кем?

Еңеүселәрҙе ике ысул менән билдәләнек. Иң оҡшаған фотоны «Бәйләнештә» социаль селтәрендә һеҙ үҙегеҙ тауыш биреү юлы менән һайланығыҙ.

Еңеүселәр кем?
Еңеүселәр кем?

Йәйҙең һәр көнө ҡыҙыҡлы, файҙалы үткәндер, шулай бит, дуҫтар? Емеш-еләк йыйып ашайһың, ә тирләп-бешеп йылғаға барып сумыуы ниндәй рәхәт! Берәү ҙә эшһеҙ ултырмай, йорт-ҡура тирәһендә ата-әсәһенә ярҙам итә, хатта аҡса эшләргә лә өлгөрөүселәр бар. Күптәр ғаиләләре менән сәйәхәткә сыҡҡандыр: яҡындағы тау-мәмерйә булһынмы, йә диңгеҙ буйымы... Һәр мәлде фотоға төшөрөп алырға ла күнеккәнбеҙ.
Дуҫтар, ошо фотолар араһынан иң ҡыҙығын йә ҡыҙғанысын, һын ҡатырғысын йә йәлләттергесен, ғөмүмән, иң иҫтәлеклеһен һайлап алып, беҙгә «Иҫтәлекле мәлем» конкурсына ебәреүегеҙҙе һорағайныҡ. Улар байтаҡ тупланды, барығыҙға ла рәхмәт!
Еңеүселәрҙе ике ысул менән билдәләнек. Иң оҡшаған фотоны «Бәйләнештә» социаль селтәрендә һеҙ үҙегеҙ тауыш биреү юлы менән һайланығыҙ. Шулай итеп, тәүге еңеүсебеҙ – Ишембай районы Маҡар ауылынан Нәргизә Сәғиҙуллина! Бына нимә тип яҙып ебәргән уңған ҡыҙ: «Бесән дә эшләнем, еләк тә йыйып өлгөрҙөк. Туғандарым менән ҡала паркына барҙыҡ. Күк-Ҡарауыҡ шарлауығына сәйәхәт бик оҡшаны».
Йәнә ике еңеүсене үҙебеҙ һайланыҡ. Был бик ауыр булды, сөнки һәр фото матур һәм үҙенсәлекле ине. Бигерәк тә Ауырғазы районы Мораҙым ауылынан Вәлитовтарҙың «Ғаиләбеҙ менән ялда» һәм Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылынан Алсын менән Мансур Манаповтарҙың «Их, тәмле!» тип аталған эштәре күңелгә ятты.
Бөтә ҡатнашыусыларҙың да фотолары гәзит биттәрендә донъя күрәсәк. Әлегә уларҙың ҡайһы берҙәре менән таныша торайыҡ. Дуҫтарыбыҙҙың быйылғы йәйҙә иҫтәлекле мәлдәре күп булған шул!

Еңеүселәр кем?
Еңеүселәр кем?
Еңеүселәр кем?
Еңеүселәр кем?
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: