Мәҡәләләр конкурсында Мәләүез ҡалаһындағы Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы уҡыусылары Әминә ИРҒӘЛИНА менән Самира ДАШКИНА, Ишембай ҡалаһындағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһы уҡыусыһы, йәш хәбәрсебеҙ Илнур ҒӨБӘЙҘУЛЛИН һәм Учалы районы Миндәк ауылындағы 7-се мәктәп уҡыусыһы Алһыу МӘҒӘФҮРОВАлар иң-иңдәре тип табылды.
Теҙмә әҫәрҙәр араһынан иң лайыҡлылары – Сибай ҡалаһындағы Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында белем алыусы йәш хәбәрсебеҙ Алтынай АҠМАНОВА, Бөрйән районы Мораҙым ауылынан Илзирә ВӘЛИЕВА, Баймаҡ ҡалаһындағы 1-се мәктәптән Сара ҒӘБДҮЛМӘНОВА, Учалы районы Миндәк ауылының 6-сы мәктәбенән Ынйы ЯНЫБАЕВА һәм Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһынан Алһыу КАЙБЫШЕВА ижад иткән шиғырҙар.
Һүрәттәр айырыуса күп килде. Мәктәптәре менән ебәреүселәр ҙә булды. Бына улар, еңеүселәр: Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Гүзәл ӘХТӘМОВА, Ишембай районы Ҡолғона ауылынан Илнара ВӘЛИЕВА, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһынан Майя КАЙБЫШЕВА, Туймазы районы Серафимовка мәктәбе уҡыусылары (Даниил АБДУЛЛИН, Кәрим БӘХТЕГӘРӘЕВ, Камилә ҒӘЗИЗОВА, Розалиә ҒИЛФАНОВА, Эмир САБИРЙӘНОВ, Алһыу ХАШИМОВА, Валерия ИСТОМИНА, Максим МЫСЯКОВ, Камил САБУРОВ, Сәминә ӘХМӘТОВА, Екатерина ХАЗОВА, Амелия КИНЙӘБУЛАТОВА, Лина МУФТАХОВА) һәм Ауырғазы районындағы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусылары (Данис ЙӘЛИЛОВ, Арыҫлан МӨХӘМӘТШИН, Айназ ВӘЛИТОВ, Асҡар ЙӘЛИЛОВ, Айбулат РӘХИМОВ, Розалина НАГАЕВА, Рәмис ӘЛИМБӘКОВ, Эльдар ӘБЙӘЛИЛОВ, Әҙилә АҘНАБАЕВА, Сулпан ҒӘЛИУЛЛИНА, Реналь ӘХМӘТЙӘНОВ, Таһир РӘХИМОВ, Аяз ШӘМСЕТДИНОВ, Әмирә ЙӘЛИЛОВА, Илмир ТӘМИНДӘРОВ, Нурзилә ХАЛИҠОВА, Марат МӨХӘМӘҘЙӘРОВ, Асҡар МАЛИКОВ, Ралина ӘХМӘТОВА, Данил ФӘХРЕТДИНОВ, Данис ҒИЛМАНОВ, Ливана ҒӘЙНУЛЛИНА, Эвелина МӨХӘМӘТШИНА, Наҙгөл СӘЛИХОВА).
Еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ. Артабан да бергә булайыҡ!