Бына беҙ, Ҡырмыҫҡалы районын артта ҡалдырып, Булгаков ауылына яҡынлашабыҙ. Шул ваҡытта уҡ күңелде ниндәйҙер тулҡынландырғыс һәм бер аҙ шомло ла, күтәренке лә тойғо биләп ала. Шул тойғо баш ҡалаға яҡынайған һайын көсәйә бара.
Бына Булгаковтан Өфөгә табан боролабыҙ. Шыма асфальт юлының ике яғында ла фонарҙар яҡтыра. Тимәк, баш ҡалабыҙға килеп еттек, тиһәң дә була. Бында машиналар ағымы, ҡайнашҡан ҡеүәтле даръялай, шаулап-геүләп тора. Ағым ике яҡҡа, ҡапма-ҡаршы килеп, туҡтауһыҙ хәрәкәт итә: бер өлөшө Өфөгә инә, икенсеһе унан сыға. Ҡайһы бер машиналар, автобустар уң яҡҡа – аэропорт яғына китә. Эйе, кемдер Өфө аша икенсе төбәктәргә, илдәргә сәфәргә юллана.
Ә беҙ баш ҡалабыҙға үрләүебеҙҙе дауам итәбеҙ. Үрләүебеҙҙе, тим, сөнки юл һөҙәк үргә илтә. Ысынлап та, алға, алыҫҡа ҡараһаң, күҙ алдында йәйенке тау, уба пәйҙә була. Баш ҡалабыҙҙың исеме «уба» һүҙенән барлыҡҡа килгән тигән фаразға нығыраҡ ышанғандай булаһың шул ваҡытта. Уның түбәһендә ҡатлы йорттар күренә. Унан иһә алдыбыҙҙа гүзәл күренеш – Ағиҙел буйы асыла. Йылға киң, иркен. Уның һыуҙары ҡалҡып килгән яҡты ҡояшҡа күкһелләнә, тулҡындары әкрен, тыныс ҡына, ваҡыт ағышын һиҙмәгән кеүек, тирбәлә лә тирбәлә. Был тирбәлештәр ашыҡҡан етеҙ машиналар алдында тағы ла сәйерерәк, мөғжизәлерәк күренә. Барған юлыңдан туҡтап, машинаңдан сығып, ошо йәйрәп ятҡан гүзәллеккә кинәнеп, күңелең булғансы ҡарап алырға теләйһең. «Туҡта әле, ҡайҙа ашығаһың?! Бына бит ул донъя йәме, тормош тәме! Бар эштәреңде онот та йәмен-тәмен таты!» – тигән эске тауышың күңел түреңде бер мәлгә ярһытып, яманһыулатып ала. Әммә туҡтай алмайһың, Ағиҙел буйына килермен әле, йәшел туғайҙарын байҡармын әле, тип үҙеңде йыуатаһың.
Шул арала машина йылға аша һалынған дәү күперҙән үтә башлай. Һәм һиңә ҡаршы яҡтағы яр – баш ҡаланың үҙәге ҡайнар ҡоласын йәйә. Шул мәлдә уның күҙ ҡамаштырған матурлыҡтарын күреп ҡалырға ашығаһың. Бына һул яҡта, текә ҡаяға баҫып, ярһыу толпары өҫтөндә Салауат Юлаев сәләмләй. Аҫтараҡ Дуҫлыҡ монументы ҡалҡып тора. Ә ҡаршыла буласаҡ «Әр-Рәхим» мәсетенең бейек айлы манаралары менән алтынланып торған көмбәҙе күккә аша. Был күренешкә күңел битараф ҡала алмай – үҙ илеңә, халҡыңа ҡарата һөйөү ҙә, ғорурлыҡ та, яуаплылыҡ та бер усаҡ ялҡыны булып терелеп, дөрләп китә.
Бына беҙ Әхмәтзәки Вәлиди урамына боролабыҙ. Был бөйөк исем дә, хәтергә төшкән һайын, ҡайҙа йәшәүеңде, кем икәнеңде бер ваҡытта ла оноттормай. Ғафури, Пушкин, Гоголь, Достоевский, Чернышевский… Баш ҡала үҙәгенең, Иҫке Өфөнөң урамдары ошо даһи яҙыусыларҙың исемдәрен дә йөрөтә. Исеменә күрә – есеме, тигәндәй, күпме иҫтәлекле урындар, күпме тарихи серҙәр һаҡлай ул урамдар!
Машинаны ҡалдырып, Өфө буйлап эштәребеҙ менән йөрөйбөҙ, яратҡан урындарыбыҙҙы күреп киләбеҙ, яңыларын асабыҙ. Күптәребеҙгә яҡын урын, әлбиттә, Салауат Юлаев майҙаны. Бында йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә, балаларын коляскаларға ултыртып, ғаилә парҙары ла килә. Улар тирә-йүндәге һиллеккә, тыныслыҡҡа ләззәтләнеп, матур күренешкә һоҡланып, ашыҡмай ғына йәшел, сәскәле биләмә буйлап йөрөй. Күңелдәре менән ял итә улар бында. Шәп урын шул Салауат Юлаев майҙаны! Һомғол шыршылар, сағыу гөл-сәскәләр менән уратып алынған ул. Йәй көндәре уның уртаһында матур фонтан урғыла. Майҙан ситендә иркен башҡорт тирмәләре урынлаштырылған. Береһенә инеп, милли ризыҡтарҙан ауыҙ итеп сығабыҙ. Икенсеһендә сувенирҙар һатып алабыҙ. Майҙандың күрке – Салауат Юлаевтың атлы һыны. Ниндәй мәғрур, ниндәй мөһабәт ул! Үҙенә мәңге ҡараһаң да танһығың ҡанмаҫ кеүек.
Салауат майҙанына сәйәхәтебеҙ шуның менән генә тамамланмай әле. Уның эргәһендә, телеүҙәк ҡаршыһында, ыҡсым ғына күренгән, әммә тылсым бөркөп торған йәнә бер һәйкәл – Шәйехзада Бабич һыны ҡалҡып тора. Ул, бер ҡулына китап-блокнотын тотоп, ялҡынлы шиғырҙарын уҡый. Эйе, әгәр ҙә Салауатыбыҙ яу яланында тиңһеҙ батырлыҡтар ҡылған булһа, Бабичыбыҙ шиғриәт майҙанында ҡаһарман булып танылған.
Хәҙер инде Совет майҙаны ла бар Башҡортостан халҡының, Өфө ҡунаҡтарының яратҡан урынына әүерелде. Сөнки уны бөгөн Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов һыны биләй. Башҡорт халҡының яугирлығын, ҡаһарманлыҡ сифаттарын данлап торған йыр, тип һанайым мин уны! Эйе, таш һәйкәлдәр ҙә тере йыр була ала икән шул! Ышанмаһағыҙ, үҙегеҙ Совет майҙанына килеп, шул һәйкәлде күреп ҡайтығыҙ.
Башҡорт халҡының, республикабыҙҙың данын күрһәтеп торған һәйкәлдәр баш ҡалабыҙҙа, шөкөр, бихисап. Уларҙың һәр береһе тураһында тасуирлап-тәфсирләп яҙырға мөмкин булыр ине. Мостай Кәримгә, Мифтахетдин Аҡмуллаға, Заһир Исмәғилевкә, Шакирйән Мөхәмәтйәнов менән Миңлеғәли Ғөбәйҙуллинға һәм тағы ла бик күп мәшһүр шәхестәребеҙгә һәйкәлдәр ҡуйылып, исемдәре мәңгеләштерелгән. Ә быйыл Башҡортостаныбыҙҙың тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов һәйкәлен дә астылар. Юл төшөп, яйы сыҡҡанда, уны ла яҡындан күреп ҡайтырбыҙ әле.
Өфө ҡалаһы үҙенең театрҙары, концерт залдары менән дә дан тотоуын беләбеҙ. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Мостай Кәрим исемендәге йәштәр театры, «Нур» татар театры, Урыҫ драма театры, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, Ҡурсаҡ театры, Башҡорт дәүләт филармонияһы… Уларҙан да ҡарашыңды алырлыҡ түгел. Әкиәттән төшкәнме ни үҙҙәре! Театр биналары тыштан да, эстән дә нәзәкәтле итеп ҡоролған. Шундай әкиәти сәнғәт һарайҙарында ғына юғары өлгөлө пьесалар, опералар, балеттар тыуалыр ул.
Башҡорт йәштәре яратып йыйылышҡан бер матур урын бар бит әле тағы ла. Кистәрен башҡорт егеттәре һәм ҡыҙҙары Ағиҙел буйына сығып ритайым ойоштора. Сәй ҡайнатып, ҡурай тартып, баянда, гитарала уйнап күңел аса улар. Студенттар ҙа, йәш ғаиләләр ҙә ашҡынып килә. Үҙ милләттәштәрең менән шулай танышыуы, дуҫлашыуы, туған телдә аралашыуы бик күңелле лә, файҙалы ла булыуын тойомлайым. Өфөлә уҡырға насип булһа, мин дә был матур сараға йөрөйәсәкмен.
Әлбиттә, баш ҡалала булған йәки йәшәгән һәр кемдең үҙ яратҡан урыны бар. Бәлки, легендар «Салауат Юлаев» хоккей клубын һыйындырған «Өфө-Арена» боҙ һарайылыр, бәлки, Черниковкала урынлашҡан биатлон үҙәгелер. Кемдер яратҡан паркында йөрөй, кемдер яҡын күргән сауҙа йортона бара. Баш ҡалабыҙ Өфө төрлө яҡлап үҙенә йәлеп итеп тора. Ул – республикабыҙҙың ғына түгел, ә бөтә Рәсәйҙең мәҙәниәт, сәнғәт, мәғариф, спорт үҙәге.
Әммә Өфөбөҙҙөң төп биҙәге, төп ҡиммәте – уның кешеләре, шәхестәре, тип иҫәпләйем. Тап улар республикабыҙҙы, илебеҙҙе алға әйҙәй, тормошобоҙҙо йәмләй. Бына беҙ Өфө урамдарынан атлап киләбеҙ, биналарына инеп сығабыҙ. Шул ваҡытта урамдағы, йорттарҙағы кешеләргә күҙ һалабыҙ. Кемдер менән һаулыҡ һорашабыҙ, кемгәлер өнһөҙ генә күҙ һирпеп ҡарап үтәбеҙ. Береһе лә беҙгә таныш түгелдәр, әммә яҡындар – уларҙың бөтәһен дә баш ҡалабыҙ берләштерә. Уларҙың йөҙҙәрендә Ватаныбыҙҙың йөҙө сағыла. Яҡты ла, йылы ла ул сағылыш.
Алһыу МӘҒӘФҮРОВА.
Учалы районы, Миндәк ауылындағы 7-се мәктәп.