+28 °С
Облачно
VKOKМакс
Бәйгеләр
10 Сентября 2024, 11:02

Һаулығың - байлығың

Таһир Күсимов исемендәге гимназияла  еңел атлетика буйынса "Көҙгө кросс" ярышы уҙҙы.

Һаулығың - байлығыңҺаулығың - байлығың
Һаулығың - байлығың

 

– Әйҙә, иртәгә ярышҡа бараһыңмы?

– Әлбиттә,йәй буйына атайым һәм ағайым менән йүгерҙем. Мин был ярышта ҡатнашырға теләйем.

– Уңыштар,теләйем, Хәйҙәр!

Был ярышта егеттәр араһында беренсе урынды  Ринат Ҡараҡаев (V синыф), Арыҫлан Толобаев (VI синыф ), Ислам Үҙәнбаев (VII синыф ), Бәхтийәр Ғафаров (VIII синыф ),  Искәндәр Булатов, (IX синыф ), Салауат Хәйбуллин (X синыф ) яуланы.

Ҡыҙҙар араһында  Юлиә Алтынбаева (V синыф), Айгөл Бикҡужина(VI синыф ), Индира Йәһүҙина (VII синыф), Айгизә Мәғәфүрова (VIII синыф), Лилиә Хөбитдинова(IX синыф), Гөлсибәр Бадранова (IX синыф) иң етеҙе булды.

Эстафетала ла  ихлас ҡатнашты уҡыусылар. 

-Хәйҙәр дуҫ,афарин, бына өсөнсө урын алыуың менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайым!

-Рәхмәт,дуҫҡай! Һине лә ҡотлайым! Йүгереүҙе туҡтатмайыҡ, кис осрашырбыҙ!

 

 

Һаулығың - байлығың
Һаулығың - байлығың
Һаулығың - байлығың
Һаулығың - байлығың
Һаулығың - байлығың
Автор:Римма Баймурзина
Читайте нас