+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
19 Сентябрь 2024, 09:43

"Йәйге Шайморатов уйындары" башланды

14 – 28 сентябрҙә Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кубокка быйылғы "Йәйге Шайморатов уйындары" үтә.

"Йәйге Шайморатов уйындары" башланды"Йәйге Шайморатов уйындары" башланды
"Йәйге Шайморатов уйындары" башланды

Район-ҡалаларҙа зона этаптары башланды ла инде. Еңеүсе командалар икенсе республика этабында ҡатнашасаҡ. Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте, Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы тарихы, шулай уҡ генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тормошо һәм эшмәкәрлеге буйынса интеллектуаль викторина буласаҡ.

Йомғаҡлау этабы Ҡырмыҫҡалы районында 28 сентябрҙә үтәсәк. "Йәш шайморатовсылар" йыр һәм сафтарҙа атлап йөрөү конкурсында, спорт ярыштарында ҡатнашасаҡ. 

Абсолют еңеүсегә Миңлеғәле Шайморатов исемендәге күсмә кубок тапшырыласаҡ.

Әйткәндәй, әлеге ваҡытта республикала 251 "йәш шайморатовсы" синыфы бар. 

Фотолар "Бәйләнештә" селтәренән алынды. 

"Йәйге шайморатов уйындары" башланды
"Йәйге шайморатов уйындары" башланды
"Йәйге шайморатов уйындары" башланды
"Йәйге шайморатов уйындары" башланды
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас