Конкурстың мәктәп этабында 2 мең ғаилә ҡатнашһа, район һәм ҡала ярыштарында иң көслө берәр команда һайлап алынды. Шулай итеп, әле 69 ғаилә "Рәсәй бөркөттәре" программаһының ете йүнәлеше буйынса үҙҙәрен һынап ҡарай.
Был проект ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, атай-әсәйҙәр менән балаларҙы Беренселәр хәрәкәте ойошмаһының ҡағиҙәләре менән таныштырыуға йүнәлтелгән. Ҙур ғаилә уйындары һәр кем күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырыр.
Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте.