– Халыҡ бейеүҙәре менән шөғөлләнгән балалар өсөн иң ҙур конкурс был. Осраҡлы килеп эләккән коллективтар юҡ. Һәм уның финалы республиканың төп сәхнәһендә быйыл дүртенсегә үтә, – тине “Башҡортостан” дәүләт концерт залы етәксеһе Вилдан Яруллин.
Бейеүселәр ике йәш төркөмөндә ярыша. 12 – 14 һәм 15 – 17 йәшлек башҡарыусыларҙан 40-тан ашыу ғариза килгән. Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез, Сибай ҡалаларынан, Учалы, Белорет, Баймаҡ, Тәтешле, Туймазы, Краснокама, Ҡырмыҫҡалы райондарынан беренсе турға видеояҙмалар ебәреүселәр күп. Башҡа ҡала-райондар ҙа ҡалышмай. Быйыл Силәбе, Свердлов, Ырымбур, Ханты-Манси өлкәләре лә ҡатнашырға теләк белдереп ҡыуандырған. Ә ниндәйерәк бейеүҙәр һалалар икән?
– Башҡорт, урыҫ, татар, мари, мордва мәҙәниәте өлгөләрен тәҡдим итеүселәр йыл һайын күп була. Испания, Египет илдәре бейеүҙәре һирәгерәк осрай, әммә бар, – ти ойоштороусылар.
Ә еңеүселәр өсөн бүләктәр аҡсалата бирелә. Суммалары ла елле: Гран-при, мәҫәлән, 100 мең! Бының өсөн бағыусы ойошма – “Лукойл”ға ҙур рәхмәт белдерә улар. Сөнки был аҡсаға яҡшы, сағыу, сифатлы сәхнә костюмдары тегергә, икенсе конкурстарҙа ҡатнашырға була. Быйыл кемдәр призлы урындарға лайыҡ булыр икән? 19 октябрҙә белербеҙ!