Йыл һайын 3 сентябрҙә илебеҙҙә Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө билдәләнә. Ул 2005 йылда барлыҡҡа килде. Был көн Төньяҡ Осетиялағы Беслан ҡалаһындағы фажиғә менән бәйле. 2004 йылдың 1 сентябрендә ҡанһыҙ террористар мәктәпте баҫып алғас, шатлана-шатлана уҡырға барған балалар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр өс көнгә әсирлеккә эләгә. 333 кеше һәләк була, шуларҙың 186-һы – балалар...
Ошондай ҡот осҡос хәлдәрҙе булдырмау өсөн һәр беребеҙгә уяу булыу мөһим. Әле лә ҡурҡыныс янап тора, хәүефле заманда йәшәйбеҙ бит. Терроризмға ҡаршы көрәшкә теләктәшлек белдереү йәһәтенән август аҙағында “Донъя – изгелек буяуҙары менән” һүрәттәр конкурсы иғлан иткәйнек. Вәғәҙәләгәнебеҙсә, барлыҡ эштәр баһаланды, еңеүселәр билдәләнде. Бына улар: Баймаҡ районы Урғаҙа ауылынан Виталина Ильина (5 йәш), Сөмбөл Иҫәньюлова (IV синыф уҡыусыһы), Архангел районы Ҡыҫынды ауылынан Илгинә Кәримова (5 йәш), Илнара Кәримова (II синыф уҡыусыһы), Илизә Салауатова (IV синыф уҡыусыһы), Өфө ҡалаһындағы 108-се мәктәптең VI “А” һәм VI “Б” синыфы уҡыусылары (етәкселәре – Гөлнара Сабир ҡыҙы Ниғмәтуллина), 28-се коррекция интернат-мәктәбенең VI “Б” синыфы уҡыусылары (етәкселәре – Руфина Салауат ҡыҙы Муллағәлиева), Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы студенткаһы Айзилә Хәсәнова. Еңеүселәрҙе Почёт грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр көтә.