Республика көнө уңайынан, әҙиптең етеп килгән тыуған көнө алдынан Юлыҡ мәктәбе уҡыусылары өсөн ауыл китапханаһында уның тормош юлы һәм ижадына арналған “Алтын тирмә” уйыны үткәрелде.
Урта синыф уҡыусылары Мостай Кәримдең билдәле әҫәрҙәрен командаларының исемдәре итеп алды. “Айгөл иле” иң күп мәрәй йыйҙы һәм “Өс таған”ды еңеп сыҡты. Халыҡ шағирының тыуған ере, ғаиләһе, “Әҙәбиәт” дәреслеге программаһына индерелгән әҫәрҙәрендәге образдар системаһына бәйле һорауҙарға уҡыусылар теләп яуап бирҙе. Киәсәктә Мостай Кәримдең бар әҫәрҙәре менән дә танышасаҡтарын белдерҙеләр.
Бындай саралар башҡорт әҙәбиәтенә, туған телебеҙгә ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тәрбиәләй.
Гөлфинә ЮЛМӨХӘМӘТОВА,
китапханасы.
Ғафури районы,
Юлыҡ ауылы.