Был бәйге 2020 йылдан алып ойошторола. Быйылғы финалда илдең барлыҡ төбәктәренән 1 мең 500 уҡыусы ҡатнашҡан. Башҡортостандан - 50 вәкил.
X синыфтар араһында еңеүселәр 1 миллионлыҡ сертификатҡа эйә булды. Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһының XI синыфынан Әлиә Искакова ла – иң-иңе. Маҡсатына ирешеүсән, тырыш ҡыҙҙың уңышы тураһында белем усағы директоры Илнур Сәлихов үҙенең сәхифәһендә яҙған. Афарин! Әлиә "Беренселәр хәрәкәте" сараларында әүҙем ҡатнаша, ирекмән. Бөтә Рәсәй "Медиалаборатория" форумы һәм башҡа конкурстар еңеүсеһе "Яуланған уңышыңда туҡталып ҡалмаҫҡа, артабан да яңы белемдәргә ынтылырға, үҫешергә кәрәк", - тип иҫәпләй ҡыҙ.
"Ҙур тәнәфес"тә призлы урын алыусылар 200 мең һум күләмендә премия ала. VIII– IX синыфтар буйынса еңеүселәргә лә – 200 мең һумлыҡ сертификат, ә призлы урын яулаусыларға – 150 мең һум. Уларҙы әҙерләүсе педагогтарға лә дәртләндереү сараһы ҡаралған: 50 – 150 мең һум.
"Ҙур тәнәфес" – Рәсәй уҡыусылары һәм колледж студенттары өсөн ойошторолған иң ҙур конкурс, "Мәғариф" милли проекты буйынса үткәрелә.
Фото: "Бәйләнештә" селтәре.