Иң башта командабыҙға исем, девиз һайланыҡ. Беҙҙеке «Тыуған ил» тип аталды. Уйын бик сәмле, күңелле барҙы. Станциялар буйлап төрлө һынауҙар үттек. Викторина һорауҙарына яуап бирҙек, яҙыусыларҙы портретынан танып, исем-фамилияларын әйттек.
Мостай Кәримдең әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе уҡып та, тыуған яҡ тураһында йырҙар тыңлап та исемдәрен атаныҡ. Ҡулыбыҙға музыка ҡоралдарын алып, ансамбль төҙөп, көйгә ҡушылып йырлау ҙа ҡыҙыҡ булды. Башҡортостандың ете мөғжизәһен табып, уларҙы картаға беркетеү ҙә оҡшаны.
Бирелгән һүҙҙәр ярҙамында шиғыр ҙа ижад иттек. Республикабыҙ тураһында лэпбук эшләп тә ярыштыҡ.
Ура! Беҙҙең команда беренсе урын яуланы. Татлы бүләктәр алып, яҡшы кәйеф менән ҡайттыҡ. Бының өсөн беҙҙе уйынға әҙерләп алып барыусы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсөм Урал ҡыҙы Йылҡыбаеваға ҙур рәхмәт.
Юлиә ӘБСӘЛӘМОВА, VIII синыф уҡыусыһы.
Белорет районы, Шығай мәктәбе.