+24 °С
Дождь
VKOKМакс
Бәйгеләр
11 Ноября 2024, 11:00

«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!»

Әҙәбиәт донъяһында ла яҡтылыҡ өләшеүсе шәхестәребеҙ күп. Шундайҙарҙың береһе – бөйөк мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулла. Шағир бик белемле булған, күп уҡыған. Ғәрәп, фарсы, урыҫ телдәрен яҡшы үҙләштергән. Русса уҡып ҡына түгел белмәк, Хәл килһә, французса белгән яҡшы, – тип яҙып ҡалдырған.

«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!»«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!»
«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!»

Бишбүләктә йыл һайын уның ижадына арнап мәғариф бүлеге һәм «Мең ырыуҙары» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә район балалары араһында конкурстар, кисәләр үткәрелә. Шуларҙың иң айырылып торғаны «Аҡмулла уҡыуҙары» тип атала. Уның маҡсаты булып балаларҙы бөйөк мәғрифәтсебеҙҙең тормош юлын һәм ижадын өйрәнеүгә йәлеп итеү, һәләтле уҡыусыларҙы асыҡлау, уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын үҫтереү тора. Быйыл да бәйгеселәр район үҙәгендәге 1-се мәктәпкә йыйылды. Фойела уҡ беҙҙе күренекле шағир ижадына арналған һүрәттәр күргәҙмәһе ҡаршы алды. Уларҙы һоҡланып ҡарап торҙоҡ. Шунда уҡ Аҡмуллаға арналған күсмә күргәҙмә лә ҡуйылғайны. Туҡһанбай ауылы музейының ғилми хеҙмәткәре Рәйлә Әбйәлетдинова килгән ҡунаҡтарҙы мәғрифәтсенең тормошо һәм ижады менән ҡыҫҡаса таныштырҙы.

Халҡыбыҙҙың бөйөк улы ижадын төплө өйрәнеп, уның тураһында китап яҙған журналист, яҙыусы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты Фәнис Янышевтың да әйтер һүҙе күп ине. Ул уҡыусыларға ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ҙә еткерҙе. Аҡмулла Ҡаҙағстандағы Ҡустанай ерҙәрендә Аҡһылыу исемле ҡаҙаҡ шағирәһенең атаһы Оросбайҙы ла уҡытҡан икән. Ғөмүмән, ҡаҙаҡтар ҙа уны ныҡ хөрмәт иткән. Шағирҙың әсәһе Айыт ауылынан булыуын да Фәнис Янышев архив сығанаҡтары аша дәлиләй. Хәҙер бында мәсет Аҡмулла исемен йөрөтә.

Шиғыр бәйгеһендә Айыт, Дим, Уҫаҡ-Кисеү, Йылбулаҡтамаҡ, Бишбүләк мәктәптәре уҡыусылары һынау тотто. Райондың гимны биш телдә: башҡортса, урыҫса, татарса, мариса,сыуашса яңғырағас, һүҙ Бишбүләк 1-cе мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиҙә Зөлфәр ҡыҙы Муллағәлиеваға бирелде. Ул бәйгене асып:

– Беҙҙең яҡ уҡыусылары араһында ла матур итеп башҡортса шиғыр һөйләүселәр күп. Уларҙың барыһына ла уңыштар теләйем. Әйҙәгеҙ, сәхнә түренәрәхим итегеҙ, – тине. Һәр бәйгесенең Аҡмулла шиғриәтен ныҡлап, аңлап өйрәнгәне күренеп тора. Сығыштары һоҡландырҙы. Шул тиклем образға инеп һөйләйҙәр, ысын артистармы ни! Уларҙы ярышҡа әҙерләүсе уҡытыусыларға рәхмәт әйтке килә. Әйткәндәй, башҡорт теленән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан ете уҡыусыға ырыу премияһы ла тапшырыла икән. Шундай дәртләндереүселәр булғанда нисек тырышып әҙерләнмәйһең инде бәйгегә.

Сыуаш ҡыҙы Полина Данилова ла башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтеп, Аҡмулланың «Башҡорттарым, уҡыу,кәрәк!» шиғырын яттан һөйләгәс, уны алҡыштарға күмделәр. Ҡыҙ башҡорт телен теләп өйрәнә дәрестәрҙе көтөп ала икән. Тамашасыларҙың барыһына ла Йылбулаҡтамаҡ мәктәбенең IX синыф уҡыусыһы Илүзә Хәмитованың  «Инсафлыҡ» һәм Дим мәктәбенең V синыф уҡыусыһы Лидиана Абайҙуллинаның ҡумыҙҙа уйнап, көйләп«Нәсихәттәр» шиғырын һөйләүҙәре оҡшаны. Ҡыҙҙарҙың икеһе лә «Мең ырыуҙары» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһының I дәрәжә дипломына лайыҡ булды.

Уларға Альфред Әхтәм улы Шәймәрҙәнов ҡоролтай бүләктәрен тапшырып:

 – Аҡмулла шиғриәтен өйрәнеүегеҙ өсөн рәхмәт. Киләсәктә лә әҙәбиәттән ыйырылмағыҙ. Китап яратҡан кешенең күңелендә боҙоҡлоҡҡа урын булмай, – тине.

Бишбүләктәге 1-се мәктәптән Ислам Әхмәтшин, Полина Данилова 3-сө мәктәптән Әлмира Камалетдинова, Айыттан Лиана Халиҡова икенсе урын алып һөйөндө.  Еңеүселәрҙе тәбрикләп:

– Һәр саҡ белемгә ынтылығыҙ, маҡсатлы булығыҙ, телдәр өйрәнегеҙ. Аҡмулланың нәсихәттәре тормошоғоҙҙа юлдаш булһын.  Уның кеүек бөйөк шәхестәребеҙҙән өлгө алып, Башҡортостаныбыҙҙы алға әйҙәүсе аҡыллы, белемле, тәртипле, саф күңелле, ҡыйыу кешеләр булып үҫегеҙ. Ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмағыҙ, – тине Бишбүләк районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Булат Жозеф улы Ноғоманов.

Был көндө бүләк алыусылар күп ине. Уңышлы сығыш яһағаны өсөн Лилиана Динисламоваға, 2-се мәктәптән Алмаз Абдуллинға, 3-сө мәктәптән Гүзәл Гәрәеваға, Айыттан Эмиль Хәкимуллиндарға III дәрәжә диплом тапшырылды. «Иң шәп алып барыусы» номинацияһында Бишбүләк ауылының 1-се мәктәптән Юлиә Абдрахманова менән Денис Булатов билдәләнде.

Шиғриәт байрамын Ғаяз Муллағәлиевтең халыҡ йырҙары, уҡыусыларҙың дәртле бейеүҙәре йәмләне.

Күңелле сара Зөлфиҙә Зөфәр ҡыҙы Муллағәлиеваның милли кейемдәрҙәге балалар менән бергәләп башҡарған «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!» йыры менән тамамланды.

Бөйөк мәғрифәтсе, шағир, сәсән Мифтахетдин Аҡмулланың аҡ һүҙҙәре һәр беребеҙҙең күңелендә аманат, нәсихәт булып йәшәһен.

Фотолар мәктәп архивынан.

«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!»
«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!»
«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!»
«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!»
«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!»
«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!»
«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!»
«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!»
«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!»
Автор:Римма Баймурзина
Читайте нас