+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
11 Ноябрь 2024, 05:50

«Бейеклек-2024» Акселераторының һуңғы этабы 11 – 12 ноябрҙә Өфөлә уҙа

Чемпионат йәштәр проект башланғыстарын үҫтереү өлкәһендә йылдың иң ҙур ваҡиғаһы буласаҡ.

«Бейеклек-2024» Акселераторының һуңғы этабы 11 – 12 ноябрҙә Өфөлә уҙа.«Бейеклек-2024» Акселераторының һуңғы этабы 11 – 12 ноябрҙә Өфөлә уҙа.
«Бейеклек-2024» Акселераторының һуңғы этабы 11 – 12 ноябрҙә Өфөлә уҙа.

Беренселәрҙең «Бейеклек» Акселераторы 2024 йылдың 1 апрелендә старт алды. Унда илдең 89 төбәгенән 4500-ҙән ашыу үҫмер ҡатнашты һәм уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн 1200 проект тәҡдим итте. Акселератор 2024 йылдың 1 апрелендә старт алды. Унда илдең 89 төбәгенән 4500-ҙән ашыу үҫмер ҡатнашты һәм уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн 1200 проект тәҡдим итте.  

«Бейеклек» Акселераторының һуңғы этабы 11 – 12 ноябрҙә Өфөлә уҙа. Унда Рәсәйҙең 54 төбәгенән 14 – 17 йәшлек 800 үҫмер ҡатнаша.  

Чемпионаттың ике көнөндә 200 команданан 800 бала лидерлыҡ сифаттарын, аралашыу күнекмәләрен, шулай уҡ конфликттарҙы хәл итеү һәм үҙ проекттарының социаль әһәмиәтен дәлилләү һәләтен тикшереүгә йүнәлтелгән һынауҙар үтәсәк. Эксперт жюриһы 15 команданы һайлап ала. Улар «Беренселәр хәрәкәте»нең флагманы булырға һәләтле иң яҡшы биш йәштәр инициативаһы исеменә ярышты дауам итә. Был проекттар 2025 йылда федераль кимәлдә тормошҡа ашырыласаҡ. Проекттарҙы төрлө өлкәләрҙән 70 эксперт баһалаясаҡ.

Ике көнлөк чемпионаттың һөҙөмтәһе булып «Торатау» конгресс-холында бүләкләү тантанаһы тора, унда проект еңеүселәренең исемдәре иғлан ителә. Сарала «Беренселәр хәрәкәте» вәкилдәре һәм Башҡортостан Республикаһы етәкселеге ҡатнашасаҡ. Ҡунаҡтарҙы Башҡортостандың алдынғы артистары ҡатнашлығында байрам концерты көтә.

 

Фото: vk.com.

Автор:Римма Баймурзина
Читайте нас