

Беренсе көн сараларға бай үтте. Балалар өс һынауҙа ҡатнашты: «Команда көсө» уйын практикаһында үҙҙәренең проект өлкәһен төплө белеүен, шулай уҡ команданың әҙерлеге лә тикшерелде. Уйын өс задание блогын үҙ эсенә ала, унда һәр команда төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе күрһәтте. Икенсе һынауҙа командалар үҙ проектының тәрәнлеген һәм киңлеген тикшерҙе. Шулай уҡ проектты алға ебәреү стратегияһын нисек төҙөй ала, ниндәй ресурстар йәлеп итә һәм партнерҙар менән нисек эш итә ала икәнен күрһәтте.
Беренсе көн һөҙөмтәләре буйынса финал һынауында ҡатнашасаҡ 15 команда билдәләнде. Эштәрҙе баһалау өсөн 90-дан ашыу күҙәтеүсе йәлеп ителде. Баһалауҙың төп критерийҙары: идеяға ышаныу, бергә килешеп эш итеү, проекттың тормошҡа ашырылыуы һәм масштабланыуы ҡаралды.
Чемпионатта һәр төбәк концерт номерҙары ла күрһәтте.
Фотолар «Беренселәр хәрәкәте» прессаһынан алынды.