Сарала туған телебеҙҙә ижад итеүсе йәш һәләттәр (18 – 35 йәшлектәр) 16 номинация буйынса еңеүгә дәғүә итә ала. “Йыл йырсыһы”, “Йыл асышы”, “Йыл блогеры”, “Йыл клибы”... Шулай уҡ иң яҡшы ремейк, кавер, төркөм, тренд, дуэт билдәләнәсәк. Быйыл “Йыл шағиры” номинацияһы ла булдырылған.
25 кешенән торған баһалама төркөмө һәр йүнәлештә 3 – 5 ҡатнашыусыны һайлап алды. Эш барышы “Юлдаш Plus” радиоһының “Бәйләнештә” төркөмөндә тура эфирҙа күрһәтелде. Һәр кемен үҙ ҡарашын белдерҙе, теге йәки был башҡарыусы, ғөмүмән, эстрадабыҙҙың бөгөнгөһө тураһында фекерен еткерҙе. Бәхәстәр ҙә ҡубып алды. Мәҫәлән, “Йыл каверы” тигән номинация башҡа булмаясаҡ икән. Кешенең йырын үҙгәртеп йырлауҙан фәтүә юҡ, тине Илнур Рамаҙанов. Вилдан Яруллин иһә жюри хөкөмөнә сығарылған йырҙарҙа милли яңғыраш ишетмәүенә әсенеүен белдерҙе. Ижади эштәрҙең 90 проценты рэп йүнәлешендә булыуын оҡшатмаусылар ҙа булды. Тик бындай йырҙарҙы йәштәр ярата, тыңлай, уларға тәрән мәғәнә һалынған, тигән фекер ишетелде.
Ҡатнашыусылар 15 декабрҙә “Торатау” конгресс-холында үтәсәк финалда сығыш яһаясаҡ. Улар өсөн 28 ноябргә тиклем интернет селтәрендә тауыш бирергә була. Концертҡа инеү ирекле (12+).