Сараны Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы менән Дәүләт төбәк стандартлаштырыу, метрология һәм һынау үҙәге ойошторҙо.
2002 йылдан алып үткәрелгән журналистар конкурсы тауарҙар һәм хеҙмәттәрҙең сифаты, конкурентлыҡ һәләте һәм хәүефһеҙлеге мәсьәләләрен яҡтыртыуға йүнәлтелгән. Ҡатнашыусылар үҙҙәренең эштәрен төрлө номинацияларҙа тәҡдим итә ала, мәҫәлән: «Гәзит һәм журнал баҫмалары», «Интернет-публикациялар», «Телевизион тапшырыу», «Радиотапшырыу», «Иң яҡшы телевизион проект», «Иң яҡшы проблемалы материал» һәм «Милли телдәге иң яҡшы проект».
Бөгөн "Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары" конкурсы лауреаттарын бүләкләү тантанаһында айырым журналистар ҙа билдәләнде. «Йәншишмә» гәзитенең яуаплы сәркәтибе, журналист Лилиә Раил ҡыҙы Фәзлетдинова «Милли телдәге иң яҡшы проект» номинацияһында еңеүсе булды.
Хеҙмәттәшебеҙҙе ижади уңыштары менән ҡотлайбыҙ, яңынан-яңы проекттар теләйбеҙ!