Бөтәһенә лә Демид Баевтың гитарала үҙе башҡарыуында «Һуңғы бал» йыры оҡшаны. Шулай уҡ тамашасылар уҡыусыларҙың А.С. Пушкин шиғырҙарын, әҫәрҙәренән өҙөктәр һөйләгәндәрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. Балда ҡатнашыусылар шағир тормошонан эпизодтарҙы оҫта сәхнәләштереп тә күрһәтте.
Балда ҡатнашыусылар «Шиғырҙы дауам ит» ярышында айырыуса әүҙем булды. Хор менән бөйөк урыҫ шағирының матур шиғыр юлдарын уҡынылар. «Нескә бил» конкурсында XI “А” синыф уҡыусыһы Эмилия Шәмсуноваға етеүсе булманы, уның бил үлсәме 53 сантиметр ине. Артабан «Бейек үксә»лә Линара Рафиҡова еңһә, «Иң ыҫпай аяҡ кейеме» бәйгеһендә Артём Кирилловҡа етеүсе булманы. «Иң матур, килешле сәс толомдары» еңеүселәре – XI “Б” синыфы уҡыусыһы М. Герасимова, XI “А” синыфы уҡыусыһы Э. Фәтҡуллина, XI “А” синыфы уҡыусыһы Эмилия Шәмсунова булды. Тағы ла «Иң зауыҡлы ир-егет» бәйгеһендә VIII “А” синыф уҡыусыһы Рушан Нагаев еңеп сыҡты.
Сара аҙағында жюри ағзалары бер тауыштан X “А” синыф уҡыусыһы Радмир Фасиковты – бал Короле, ә инде XI “А” синыф уҡыусыһы Эмилия Шәмсунованы бал Королеваһы тип билдәләне.
Күңелле сара барыһына ла ныҡ оҡшаны.
Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы.