Күп һанлы ҡатнашыусылар араһынан Милана гитарала үҙе уйнап йырлауы менән айырылып тора ине. Тауышы ла моңло ғына. Шуға ла еңеүселәр рәтендә ул. Ҡыҙ Гуля Королёва исемендәге 38-се мәктәптә VII “Г” синыфында белем ала икән. Яҡшы уҡый, алгебра, информатика, музыка дәрестәре үҙ итә. Олмпиадаларҙа ҡатнашып тора.
Миланаға ата-әсәһе 4 йыл элек укулеле алып бирә. Был музыка ҡоралында яҡшы ғына уйнарға өйрәнгәс, уға гитараға күсергә тәҡдим итәләр. Ҡыҙ шулай оҫтарып ала. Әле мәктәптәге төрлө сараларҙа, бәйгеләрҙә сығыш яһай. “Мин йырларға яратам” конкурсына Милананың видеояҙмаһын иһә башҡорт теленән белем биреүсе уҡытыусыһы Лилиә Ишкилде ҡыҙы Байсурина ебәргәйне.
Редакциябыҙға осрашыуға ҡыҙ атаһы менән килде. Баш мөхәрриребеҙ Мирсәйет Юнысов – Почёт грамотаһы менән иҫтәлекле бүләгебеҙҙе, Ябай Малай – Йәмил Баймырҙин автографлы календарын тапшырҙы Миланаға. Яңынан-яңы үрҙәр һиңә, моңло ҡыҙ!