+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
19 Ноябрь 2024, 11:25

Бүләктәр һеҙҙе көтә!

“Минең өс айым” тип исемләнгән  конкурстың бүләктәре әҙер. Еңеүселәр, бүләктәрегеҙ һеҙҙе көтә! Редакцияға килгән хаттарҙың барыһы ла гәзитебеҙҙә, “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөбөҙҙә баҫылып сыҡты.

Бүләктәр һеҙҙе көтә!Бүләктәр һеҙҙе көтә!
Бүләктәр һеҙҙе көтә!

Редакцияға килгән хаттарҙың барыһы ла гәзитебеҙҙә, “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөбөҙҙә баҫылып сыҡты. Бәйгеселәр араһында хатта икешәр яҙма ебәреүселәр бар ине. Конкурсты иң беренсе булып Белорет районы Шығай мәктәбе уҡыусыһы Амелия НУРЕТДИНОВА “Яратам йәйҙе” мәҡәләһе менән башлап ебәргәйне. Уға махсус бүләк әҙер.

Шулай итеп: I урын – Илназ ЗАКИРОВ (Бәләбәй районы, Приют ҡасабаһы), “Ҡустым да башҡортса уҡырға өйрәнер әле” мәҡәләһе өсөн;

II урын – Ләйлә НӨҒӘМӘНОВА, йәш хәбәрсе (Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат- гимназия), “Сәксәк бешереп, беренсе урын алдым”;

Ландыш РАМАҘАНОВА, йәш хәбәрсе (Туймазы районы, Бишҡурай мәктәбе), “Изге эштәр башҡарҙым”;

III урын – Айгөл АБЗАЛОВА (Өфө ҡалаһы, 48-се башҡорт лицейы), “Тәүге тапҡыр лагерҙа булдым”, “Һыу аҫты кәмәһен күрҙем”;

Кәримә АҠМАНОВА (Сибайҙағы Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы), “Сибайҙы һағынып өлгөрҙөм”;

Әлфиә ШАФИҠОВА (Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы), “Бесән дә әҙерләштем”;

Ә бына Фидалиә ИРМӘКОВАға (Ҡырмыҫҡалы районы, Иҫке Бәпес мәктәбе), “Мөғжизәле ялым” өсөн;

Тимур СӨЛӘЙМӘНОВҠА (Өфө ҡалаһы, Аксаков исемендәге 11-се гимназия) “Урал Диснейлендында” мәҡәләһе өсөн дәртләндереү призы тапшырыласаҡ.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Редакцияның Почёт грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләктәрегеҙҙе килеп алығыҙ. Һеҙҙе көтәбеҙ, еңеүселәр!

 

 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас