+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
19 Ноябрь 2024, 11:14

Еңеүселәр тәбрикләнде

Шағирә Факиһа Туғыҙбаева исемендәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҫәрҙәр ижад итеүселәрҙең Республика конкурсы еңеүселәренең бүләкләү тантанаһы Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала үтте.

Еңеүселәр тәбрикләндеЕңеүселәр тәбрикләнде
Еңеүселәр тәбрикләнде

Был конкурс Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар Союзы ойошмаһы һәм «Аҡбуҙат» республика балалар журналы ҡатнашлығында ойошторолдо.

Конкурстың приз фонды – 200 мең һум. «Шиғриәт» номинацияһында 1-се урынды – башҡорт телендә шиғырҙар йыйынтығы өсөн Гүзәл Әхмәҙиеваға, 2-се урын – татар телендә шиғырҙар йыйынтығы өсөн Рәсимә Ильясоваға, 3-сө урын башҡорт телендә шиғырҙар йыйынтығы өсөн Ринат Сөләймәновҡа тапшырылды. Һәр еңеүсегә шулай уҡ сертификат тапшырылды. «Проза» номинацияһында урындарҙы түбәндәге ижадсылар алды:

1-се урын – Ләйсән Сәлимова, «Шарҙар йыйыусы дейеү» хикәйәләр циклы өсөн .

2–се урын – «Рәмилә-Рокси» хикәйәһе өсөн Рәзинә Урманшина.

3-сө  урын – «Безәнби» хикәйәһе өсөн Алһыу Мансурова.

Бынан тыш, һәр номинацияла махсус приз ҡаралған ине. Проза әҫәрҙәре араһында – Заһиҙә Мусинаның «Чуча әсәһен эҙләй» хикәйәһе, шиғри әҫәрҙәрҙә Миләүшә Ғәйфуллинаның шиғырҙар йыйынтығы лайыҡ булды уға.

Конкурс спикерҙары булып  «Тангчолпан» («Таңсулпан») ҡумыҡ журналының баш мөхәррире, Дағстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, балалар яҙыусыһы Супиянат Мамаева менән Беларусь Республикаһы һәм Рәсәй Яҙыусылар Союзы ағзаһы, балалар яҙыусыһы Инна Фролова сығыш яһаны.

– Был проект артабан да дауам ителер, яңы ижади көстәр асылыуына шатмын, – тине яҙыусылар ойошмаһының етәксеһе, Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтов.

– 109 эш алдыҡ. Иң-иңдәрен билдәләүе ауыр булды. Балалар күңелен асыусы яңы көстәр килеүе бик шатлыҡлы. Бигерәк тә Ләйсән Сәлимованың хикәйәләре иҫ китмәле ижад ителгән, – тине конкурстарҙы ойоштороусыларҙың береһе, «Аҡбуҙат» журналы редакторы Лариса Абдуллина.

Еңеүселәрҙе тәбрикләргә Ҡоролтай председателе Юлдаш Йосопов:

– Әҙәбиәттең юҡтың сиктәре, ә балалар әҙәбиәте  – уның үҙәге ул, – тине еңеүселәрҙе тәбрикләп.

Факиһа Туғыҙбаеваның ҡыҙы Зөлфиә Кускилдина һәм яҙыусы Сәрүәр Сурина ла иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.

 Сараны Гөлсинә Мөхәмәҙиева менән Искәндәр Ғәзизовтың йырҙары, Илнур Хәйруллиндың ҡурай һәм ҡумыҙ моңдары биҙәне.

Еңеүселәр тәбрикләнде
Еңеүселәр тәбрикләнде
Еңеүселәр тәбрикләнде
Автор:Римма Баймурзина
Читайте нас