+13 °С
Ясно
VKOKМакс
Бәйгеләр
21 Ноября 2024, 11:03

Кинйә Арыҫланов иҫтәлегенә

Көйөргәҙе районы Кинйә Арыҫланов иҫтәлегенә «Башҡорт халҡының геройы» тигән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ижади проекттар конкурсы иғлан итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Кинйә Арыҫланов иҫтәлегенәКинйә Арыҫланов иҫтәлегенә
Кинйә Арыҫланов иҫтәлегенә

Бәйгенең маҡсаты – үҫеп килгән быуында башҡорт халҡының милли геройы, Көйөргәҙе районында тыуып үҫкән Кинйә Арыҫланов миҫалында илһөйәрлек һәм ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү:

Ул 2024 йылдың ноябрендә башлана, ә финал Кинйә Арыҫлановтың тыуған яғында – Кинйәабыҙ ауылында 2025 йылдың 28 мартында үтә.

Конкурсҡа:

  • Үҙегеҙ ижад иткән хикәйә, шиғыр, әкиәт, мәҫәл, эсселар видеояҙмаһы;
  • Тикшеренеү эше;
  • Декоратив-ҡулланма сәнғәте: аппликация, сигеү, яндырыу, ағасҡа һырлау, һылап яһау, техник композиция, диорама, төрлө материалдарҙан эшләнгән әйберҙәр(макет);
  • Акварель, гуашь, май, акрил, төҫлө ҡәләмдәр менән художестволы эштәр;
  • Бейеү, йыр, театр постановкаһы видеояҙмаһы ҡабул ителә.

 Һеҙҙән Кинйә Арыҫланов тураһында әҫәрҙәр мотивтары буйынса ижади эштәр йәки уның биографик ваҡиғаларын сағылдырған эштәр көтөлә. 4 йәштән алып 18 йәшкә тиклемге балаларҙың эштәрен

уҡыу йорттарының социаль селтәрҙәрендә #фестивальКинзи2025#КинзяАрсланов2025
#геройбашкирскогонарода#куюргазинскийрайон хэштегы менән ҡуйырға онотмағыҙ.

 

Кинйә Арыҫланов иҫтәлегенә
Кинйә Арыҫланов иҫтәлегенә
Кинйә Арыҫланов иҫтәлегенә
Автор:Римма Баймурзина
Читайте нас