Конкурста 14 коллектив ҡатнашты. 5 – 16 йәшкә тиклем балалар араһында Төркиә, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан илдәренән торған конкурста беҙҙең Сибай ҡалаһының балалар сәнғәт мәктәбенең «Толпар» өлгөлө бейеү ансамбле (етәкселәре – Алһыу Шәмсетдин ҡыҙы Хафизова һәм Самат Салауат улы Мираҫбаев) бик матур урындарға лайыҡ булдылар.
Ошо конкурсҡа барырға ярҙам иткән ата-әсәйҙәргә һәм балаларға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, ти ансамблдең етәкселәре.
VII синыф кыҙҙары менән Ҡаҙағстандың «Аура» балалар бейеү ансамбленә башҡорт бейеүе буйынса оҫталыҡ дәресе лә күрһәткәндәр.
8 – 10 йәшлектәр араһында «Бейеүгә саҡырыу» башҡорт бейеүе Гран-при яулаған. Шулай уҡ 10 – 13 йәшлектәр араһында «Кәкүк сәйе» лә еңеүгә өлгәшкән. 13 – 16 йәшлектәр араһында «Аулаҡта» бейеүенә лә Гран-при тапшырылған.
Яңғыҙ бейеүселәр араһында ла һынатманылар. Биш йәшлек Яҙгөл Мәхмүтова, шулай уҡ үҙ йәштәре араһында Ғәлихан Тимербулатов, Мәликә Байғужина, Самира Арғынбаева Гран-при яулаған.
Илина Аҡбулатова, Сулпан Хәлфинә, Сабина Сыртланова, Нурания Хәмитова, Сафия Байғужина, Мөслим Ураҡов, Камила Рамаҙанова, Сафира Әхмәрова беренсе урынға лайыҡ булған.
Алина Ғәлиева, Зөлхизә Идисова, Ҡәҙриә Кәлимуллина, Аделия Әмирова икенсе урын алып ҡыуанған.
Милли мәҙәниәтебеҙҙе сит тарафтарҙа данлап ҡайтыуығыҙ оло баһаға лайыҡ. Бейеү тормошоғоҙҙа юлдаш булһын!