+11 °С
Облачно
VKOKМакс
Бәйгеләр
26 Ноября 2024, 10:29

«Алтынай» ансамбленең уңыштары

Халыҡ-ара фестиваль еңеүселәре улар!

Добавить в предпочтительные источники Google
«Алтынай» ансамбленең уңыштары«Алтынай» ансамбленең уңыштары
«Алтынай» ансамбленең уңыштары

Әбйәлил районының «Алтынай» балалар ансамбле (етәксеһе – Ләлә Дамир ҡыҙы Йәнекәева) төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша һәм гел призлы урындар яулай. Яңыраҡ Мәскәүҙә үткән «Матрёшка» халыҡ-ара фестивалендә 1-се Асҡар урта мәктәбенең «Алтынай» өлгөлө бейеү ансамбле «Батырҙар» бейеүе менән беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Бейеүҙе ҡуйыусы – атҡаҙанған артист Рөстәм Хәйруллин. Шулай уҡ «Дәртле бала саҡ» (ҡуйыусыһы – атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ләлә Йәнекәева) бейеүенә лә икенсе урын тапшырылды.

Ансамблдең етәксеһе Ләлә Дамир ҡыҙын һәм балаларҙы сираттағы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

Автор:Римма Баймурзина
Читайте нас