-5 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
28 Ноябрь , 15:30

Гран-при – Илнур Дауытовта!

«Сулпылар – 2024» балалар эстрада йырҙары асыҡ телевизион конкурсы йыл һайын яңы таланттар аса.

Гран-при  – Илнур Дауытовта!
Гран-при – Илнур Дауытовта!

 Быйыл унда 137 йәш йырсы ҡатнашып, уларҙың ун өсө финалға сыҡты. Концерт Өфөлә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында уҙҙы. Балаларҙың сығыштарын абруйлы жюри комиссияһы баһаланы.
I урын Асҡын районынан Яҙгөл Абрарова менән Өфөнән Әмир Кәримовҡа бирелде. II урында – Өфө районынан Ильяс Яҡупов һәм Сибай ҡалаһынан Рушана Шәрипова, III урынды иһә Өфөнән Риана Динисламова, Учалынан Арыҫлан Ғарипов, Туймазы районынан Динияр Әхмәтшин бүлеште. Талантлы йәш йырсылар араһында төрлө номинацияларҙа еңеүселәр ҙә билдәләнде.

Ә Гран-приҙы Ишембайҙағы 1-се гимназияның VI синыф уҡыусыһы Илнур Дауытов яуланы. Уның менән яҡындан танышайыҡ әле. Илнур яҡшы уҡый. Математика, йыр, физкультура дәрестәрен ярата. Гимназияла үткән сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Йырлай, төрлө байрамдарҙы, кисәләрҙе алып бара. Башҡорт телендә үткән конкурстарҙа ҡатнашып, беренсе һәм башҡа призлы урындар ала. Быйылғы уҡыу йылында Илнур Ишембай районы Башлығының стипендиаты исеменә лайыҡ булған.

Йыр уҡытыусыһы Елена Леонидовна Близнецова етәкселегендә төбәк, республика, Бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. Ә бына «Сулпылар»ға Илнурҙы Ишембай балалар сәнғәт мәктәбендәге уҡытыусыһы Гөлназ Марат ҡыҙы Рәхмәтуллина әҙерләгән.

– Беренсе, икенсе турҙарҙа улыбыҙҙы телевизорҙан күреү ҙә ҙур ҡаҙаныш ине. Ә Гран-при алыуына ҡыуанысыбыҙ сикһеҙ. Гөлназ Марат ҡыҙына рәхмәт! Башҡортса матур, дөрөҫ итеп йырларға өйрәтте, – ти әсәһе Гүзәлиә Рәшит ҡыҙы. – «Сулпылар»ҙа ҡатнашҡанда дүрт төрлө йыр әҙерләнек, дүрт төрлө костюм, сифатлы фонограммалар. Талаптар юғары булһа ла, был конкурста ҡатнашырға кәрәк. Сөнки балалар сәхнәлә үҙҙәрен нисек тоторға өйрәнә, яңы дуҫтар табалар. Әлбиттә, профессиональ йырсыларҙан, сәнғәт оҫталарынан торған баһалама ко- миссияһы ағзаларының һәр йәш йырсыға әйткән кәңәштәре, теләктәре лә ҙур әһәмиәткә эйә. Финалға Ишембайҙан «Алтынай» өлгөлө бейеү ансамблен дә алып килдек. Етәксеһе – Артур Мөхәмәтйәнов. Тамашасыларға Илнурҙың сығышы бик оҡшаны. Салауат Низаметдиновтың Лилиә Һаҡмар һүҙҙәренә яҙылған «Уйнаһын ғына ҡурайым» тигән бик матур йырын башҡарҙы ул, – ти Гөлназ Марат ҡыҙы.

Бына шулай, еңеү еңел генә бирелмәй ул. Һәләткә ҡушып, яуаплылыҡ, тырыш лыҡ, берҙәмлек тә талап ителә. Илнурҙың ғаиләһе лә маҡтауға лайыҡ. Дүрт балалы ҙур ғаиләлә тәрбиәләнә ул. Барыһы ла спорт һәм сәнғәт ярата.

– Өйҙә ҙур ағай була белә: бәләкәй һеңлеһен шундай яратып ҡарай, уның менән уйнай. Беҙгә ҡулынан килгәнсә ярҙам итә, – ти әсәһе улы менән ғорурланып. Илнур йыр менән генә түгел, спорт менән дә дуҫ. Бокс секцияһына йөрөй. Бына тигән башҡорт егете үҫеп килә. Киләсәктә Илнур Дауытов исемле йырсы сәнғәтебеҙҙе тағы ла юғарыраҡ күтәрер әле. Уға уңыштар теләйбеҙ! 

Фотолар  "Сулпылар" төркөмөнән һәм Дауытовтарҙың ғаилә архивынан алынды.

Гран-при  – Илнур Дауытовта!
Гран-при  – Илнур Дауытовта!
Гран-при – Илнур Дауытовта!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: