+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
9 Декабрь 2024, 11:25

«Хазина» ҡыл-ҡумыҙсылар ансамблендә – Гран-при

Сибай ҡалаһында халыҡ музыка ҡоралдарында башҡарыусыларҙың "Халыҡ сығанаҡтары"  1-се зона конкурсы үтте.

«Хазина» ҡыл-ҡумыҙсылар ансамблендә – Гран-при«Хазина» ҡыл-ҡумыҙсылар ансамблендә – Гран-при
«Хазина» ҡыл-ҡумыҙсылар ансамблендә – Гран-при

Әбйәлил районының «Хазина» ҡыл-ҡумыҙсылар ансамбле Гран-при яуланы. Яңғыҙ башҡарыусылар: Эмилия Нурғәлина, Айгөл Бикҡужина, Гүзәлиә Ғәниева беренсе урын алды. Шулай уҡ Гүзәлиә менән Айгөлдөң дә дуэты беренселеккә сыҡты. Ынйыгөл Мөлөкова, Илүзә Боҫҡонова, Нурия Ғарипова – икенсе урын, Сафия Әхмәтйәнова, Роза Аҡсурина өсөнсө урын яуланы. Гөлиә Аҡсурина дипломант булды. Етәксеһе – Миңлегөл Бәхтинур ҡыҙы Солтанбаева. Һирәк музыка ҡоралында уйнаусы ҡыҙҙарыбыҙға уңыштар юлдаш булһын!

«Хазина» ҡыл-ҡумыҙсылар ансамблендә – Гран-при
«Хазина» ҡыл-ҡумыҙсылар ансамблендә – Гран-при
«Хазина» ҡыл-ҡумыҙсылар ансамблендә – Гран-при
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас