+9 °С
Облачно
VKOKМакс
Бәйгеләр
10 Декабря 2024, 12:03

Иң яҡшы проект – Башҡортостандан

 Иң-иңе «Креатив лигаһы» икән!

Добавить в предпочтительные источники Google
Иң яҡшы проект – БашҡортостанданИң яҡшы проект – Башҡортостандан
Иң яҡшы проект – Башҡортостандан

«Торатау» конгресс-холы майҙансығында ҙур тантана булды. «Беренселәр хәрәкәте»нең 2025 йылда федераль кимәлдә тормошҡа ашырыласаҡ биш проекты билдәләнеп, уның еңеүселәре бүләкләнде. Иң-иңдәр араһында Краснокама районынан «Креатив лигаһы» ла бар.
Беҙҙең Башҡортостан командаһы инновацион ҡарарҙар сығарыу өсөн нейроселтәрҙәр файҙалана. Улар үҙ проекттарын яһалма интеллект ярҙамында эшләгәйне. Ҡыҙыҡлы ғына килеп сыҡҡан.
– Акселераторҙарҙың флагман чемпионаты финалы беҙҙең өсөн ярыш ҡына түгел, ә ысын аралашыу майҙансығы булды, – ти командабыҙ лидеры Элина Исакова.

– Стресс шарттарында эшләргә өйрәндек, тәжрибә менән уртаҡлаштыҡ. Киләсәктә беҙҙең проект йәштәргә үҙ потенциалын асырға, нейроселтәрҙәр менән дөрөҫ эшләй белергә һәм яңы технологияларҙы ҡулланырға ярҙам итер, тип ышанабыҙ.

Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас