«Техностарт» – Хәйбулла районында балалар араһында техник оҫталыҡ байрамы ул. Конкурс мәктәпкәсә, кесе, урта һәм өлкән йәштәге мәктәп балаларының инженер-конструкторлыҡ һәләттәрен һәм техник фекерләүен үҫтереүгә йүнәлтелгән.
«Техностарт» йыл һайын «Башҡорт баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән берлектә предприятиеның уҡыу йорттары менән үҙ-ара эш итеү программаһы буйынса уҙғарыла.
Быйыл «Техностарт» масштаблы булып, ике этапта үтте. «Графика» һәм «Медиаижад» йүнәлештәре буйынса эштәр ситтән тороп баһаланды. Шулай уҡ «3Д модель әҙерләү» тигән яңы йүнәлеш индерелде. Конкурс 5 номинацияла үтте: «Медиаижад», «Конструкторлау һәм модель әҙерләү», «Робототехника», «Графика», «3Д модель әҙерләү». Бәйгелә йөҙгә яҡын бала – балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, район мәктәптәренең башланғыс һәм өлкән синыф уҡыусылары ҡатнашты.
Һәр кем үҙ оҫталығын күрһәтте. Еңеүселәр һәм призёрҙар иһә дипломдар менән бүләкләнде.