«Минең яратҡан ҡурсағым» конкурсына Гүзәл Әхтәмова ла үҙенең ижади эштәрен тәҡдим итә. Ул Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының V «Г» синыфында белем ала. Буш ваҡыттарында һүрәт төшөрөргә, балсыҡтан, пластилиндан төрлө һындар әүәләп эшләй. Иң яратҡан уйынсығы Басикты пластилиндан яһаған. Өйҙәрендә йәшәгән өс алйырҙандың береһенең һынын балсыҡтан әүәләп, ҡатырып, аҙаҡ лак менән буяп, бик матур сувенир килеп сыҡҡан.