Стәрлетамаҡ ҡалаһы 1-се гимназияһының беренсе синыф уҡыусылары (етәксеһе Таңһылыу Сәғит ҡыҙы Фәметдинова) тәмлекәс эшләү буйынса оҫталыҡ класында ҡатнашты. Һәр бала үҙенең перәниген үҙенсәлекле итеп биҙәне, яңы йылға изге теләктәрен теләне.