+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
20 Ғинуар 2025, 10:27

Белемле меңде йығыр

«Йәшлек» йәштәр киңлегендә IX – XI синыф уҡыусылары өсөн беренсе интеллектуаль конкурс уҙҙы.

Белемле меңде йығырБелемле меңде йығыр
Белемле меңде йығыр

Уйында 2-се башҡорт лицейы һәм «Ҡояшлы түңәрәк» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы уҡыусылары ҡатнашты. Викторина филология, тарих һәм тәбиғәт фәндәре буйынса булды. Конкурс материалы ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс формала тәҡдим ителде.

Был эш төрҙәре буйынса балалар төрлө фәндәрҙәге белемдәрен һынаны. Сара уҡыусыларға белемдәрен киңәйтергә һәм үткән материалды ҡабатларға мөмкинлек бирҙе. Интеллектуаль ярышты Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары баһаланы.

– Бындай саралар балаларға үҙҙәренең белемен һәм һәләттәрен күрһәтергә мөмкинлек бирә, уларҙы артабанғы үҫешкә дәртләндерә, – тип билдәләне Нина Геннадьевна Нәбиуллина һәм юғары уҡыу йорто студенттары араһында иң аҡыллы һәм маҡсатҡа ынтылышлы балаларҙы күрергә теләк белдерҙе.

 

 

Белемле меңде йығыр
Белемле меңде йығыр
Белемле меңде йығыр
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас