– Йөрөгән таш шымара, тигәндәй, балалар ошондай сараларҙа ҡатнашып, оҫтарып китә. Мине "Башҡорт теле" бүлегендә үҙҙәренән күпкә өлкән апай-ағайҙары араһында ҡаушап ҡалмай, яҡшы итеп сығыш яһап, II урын алған Әҙилә Аҙнабаева менән Илмир Тәминдәров ҡыуандырҙы. Улар "Ҡурай – башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы" тигән тема буйынса әҙерләнгәйне. Әйткәндәй, ҡурай серҙәренә өйрәтеүсе Фәим Салауат улы Ғайсинға айырым рәхмәтлебеҙ.
Ә Таһир Рәхимов әлеге көндә илебеҙҙе һаҡлаған яугирҙар тураһында бай йөкмәткеле материал тупланы. Ул беҙҙең тыныслыҡ өсөн яуҙа һәләк булған ауылдашы тураһында яҙҙы. Тиҫтерҙәре араһында сығыш яһап, шулай уҡ II урын яуланы.
Уҡыусыларыма, әлбиттә, ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәре лә ярҙам итте. Бының өсөн уларға рәхмәтемде еткерәм, – ти синыф етәкселәре Розалиә Әхмәт ҡыҙы ЙӘЛИЛОВА.
Өсөнсөләр, һеҙгә артабан да яңы үрҙәр, яңы еңеүҙәр яуларға яҙһын!