Ул Башҡортостан Башлығы гранты буйынса үтә. Республикабыҙҙың V – VII синыфтарынан 107 бала үҙ белемдәрен һынай. Беренсе турҙа теория буйынса һынау булһа, иртәгә практик «Химик шоу» буйынса үтә.
Олимпиадаға килгән VII синыф уҡыусыһы Динә Йосопова Әбйәлил районының Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназиянан:
– Беҙҙә әле химия дәресе юҡ, әммә уҡытыусым Нәғимә Исмәғил ҡыҙы Акилова менән айырым шөғөлләндек. Дәрестән тыш түңәрәк булһа, тағы ла шәп булыр ине, башҡалар ҙа теләп йөрөр ине. Мин синыфташым Әминә менән икәүләп өйрәндек һәм район этабында ҡатнаштыҡ.
Динә менән килгән Айсар Әхмәтшин - Красная Башкирия ҡасабаһының VIII синыф уҡыусыһы. Олимпиадаға ул да ентекле әҙерләнеп килгән.
VI синыф уҡыусылары Амира Сәлимова, Алан Фәйзуллин, Никита Максимов - Стәрлетамаҡ ҡалаһынан. Үҙҙәрендә еңеп, республика этабына килеүҙәренә ҡыуанып бөтә алмайҙар:
– Төрлө химик элементтарҙы өйрәнеү ҡыҙыҡ, дәрестән һуң да рәхәтләнеп өйрәнәбеҙ. Беҙгә айырыуса тәжрибәләр эшләү нығыраҡ оҡшай,– ти улар.
Үҫмерҙәр олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңеүселәр һәм призёрҙар олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһынан, шулай уҡ олимпиада партнёрҙарынан иҫтәлекле, ҡиммәтле бүләктәр аласаҡ.