Әйҙәгеҙ, конкурста ҡатнашығыҙ! Ҡарҙан яһаған һындарығыҙҙы беҙгә лә ебәрегеҙ әле. Фотола үҙегеҙ булһағыҙ, тағы ла яҡшыраҡ. Эш барышын да йә төшөрөргә була.
Фотоларҙы "Бәйләнештә" төркөмө йә электрон почта аша ебәрергә мөмкин. Улар сайтҡа ҡуйыласаҡ, һуңынан ике еңеүсе билдәләнәсәк: иң матур эште редакция һайлаһа, икенсеһен тауыш биреү юлы менән беләсәкбеҙ. Еңеүселәрҙе бүләктәр көтә. Эштәр февраль аҙағынаса ҡабул ителә.