+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
5 Февраль 2025, 05:03

Шиғриәт илендә

Әбйәлил районы балалар ижады йортонда Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыу айҡанлы «Мостай һүҙе»шиғриәт бәйгеһе үтте.

Шиғриәт илендәШиғриәт илендә
Шиғриәт илендә

 Тәүҙә ҡатнашыусылар видеояҙмаларын бәйләнеш селтәренә һалды, артабан икенсе этапта сәхнәлә сығыш яһаны. Шиғриәтте аңлаусы, һүҙ бәҫен белеүсе балалар йыйылғайны ул көндө. Жюри ағзаларына сағыу образдарҙа бәйгегә сыҡҡан, рух, илһөйәрлек менән һуғарылған шиғырҙарҙы береһенән-береһе матур итеп һөйләгән уҡыусыларҙы баһалауы ауырға тура килде.

V – VI синыфтар төркөмөндә Гусев ауылынан Айлина Мырҙагилдина менән Тупаҡ мәктәбенән Нәркәс Алтынбаева «Өмөт» номинацияһында билдәләнде. Хәмиттән Нурһылыу Абдуллина, Ишбулдынан Руфина Хәлисова, Әбделмәмбәттән Нурия Дауытова III дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Буранғолдан Булат Хамматов менән Рауилдан Сәлиә Вәлиева II урын алды. Таһир Күсимов исемендәге гимназиянан Айбулат Хәсәновҡа I урын тапшырылһа, ә Гөлүзә Әминева Гран-при яуланы.

VII – VIII синыфтар араһында Дәүләт мәктәбенән Заһиҙә Ғәзизова, Ташбулаттан Малик Бикмөхәмәтов, Ишҡолдан Илсиә Ирғәлина, Дәүләттән Нәркәс Хисмәтова III урынды бүлеште. Асҡарҙан Илвир Рәхмәтов менән Таһир Күсимов исемендәге гимназиянан Дилбәр Фәйезоваға – II, ә Ташбулат мәктәбенән Нурия Камаловаға I урын бирелде. Асҡар мәктәбенән Данил Миһранов Гран-при алып һөйөндө.

IX – XI синыфтар араһында Дәүләттән Альберт Ғәлиуллин, Тупаҡтан Гөлбаныу Хамматова, Ишҡол мәктәбенән Иҙрис Ҡаһарманов – III, ә Ишбулдынан Айзилә Әлимғужина, Әбделмәмбәттән Рита Диярова, Асҡарҙан Юлиә Мырҙабаева II урын алды. Буранғолдан Рәсүл Сәлмәнов, Таһир Күсимов исемендәге гимназиянан Арыҫлан Булатов булһа, Ҡаҙмаш мәктәбенән Гөлназ Зыяева Гран-при яуланы.

Рухлы һәм сағыу сығыштары өсөн Сәлиә Вәлиева, Айбулат Хәсәнов, Данил Миһранов, Нурия Камалова, Арыҫлан Булатов Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.

Сәхнәлә Мостай һүҙе яңғырап торҙо, илһамландырҙы. Уның шиғриәтенә һөйөү тәрбиәләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына оло рәхмәт.

Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас