Ул финалы йыл һайын танылған дикторҙың тыуған көнөндә - 6 февралдә Учалы ҡалаһында уҙа.
Быйыл бәйгегә балаларҙан 100-ҙән ашыу видеояҙма килгән, уларҙың 12-һе финалға саҡырылған. "Диктор тауышы"ның еңеүселәре - Әбйәлил районы Хәлил мәктәбенең IV синыфынан Линар Муралиев һәм Дыуан районы Тимер Йосопов исемендәге республика интернат-лицейынан Айгүзәл Аслыева.
II урын - Фатима Сынбулатова (Өфө), Илнара Әбдрәхимова (Учалы);
III урын - Әмирә Буранғолова, Ильяс Байышев (Дыуан), Алина Ҡоҙаҡаева (Стәрлетамаҡ).
Дарина Мөхәмәтйәрова (Силәбе, Ҡоншаҡ), Мансур Ғүмәров (Стәрлетамаҡ), Зарина Фәхретдинова, Батырхан Күлбирҙин, Айтуған Рамаҙанов (Учалы) махсус дипломдар менән бүләкләнде.
Фотолар һәм видеяҙмалар өсөн конкурсты ойоштороусыларҙың береһе, "Бәхетнамә" тапшырыуы етәксеһе, Гөлназ Мортазина-Яҡуповаға рәхмәт.