+22 °С
Дождь
VKOKМакс
Бәйгеләр
7 Февраля 2025, 07:24

"Рәсәй бөркөттәре" мөмкинлектәр аса

"Рәсәй бөркөттәре берлеге" программаһы буйынса иң шәп синыфтарҙы "Океан" һәм "Орленок" Бөтә Рәсәй ял үҙәктәрендә ойоштороласаҡ сменаға һайлап алыу конкурсы бара. Башҡортостандан төбәк этабында кемдәр еңеүсе булдымы?

"Рәсәй бөркөттәре" мөмкинлектәр аса"Рәсәй бөркөттәре" мөмкинлектәр аса
"Рәсәй бөркөттәре" мөмкинлектәр аса

Дүртенселәрҙән барлығы 71 ғариза ҡабул ителгән. Әйткәндәй, был сменала IV синыф уҡыусылары ҡатнашасаҡ. Беҙҙең республиканан икенсе этапҡа үтеүселәр:

2  – 10 кеше категорияһында: Дәүләкән районы Раев мәктәбе уҡыусылары. Етәксеһе – Динара Барисовна Хисамиева.

11 – 20 кеше категорияһында: Благовар районы, Мирный мәктәбе. Етәксеһе  – Ирина Михайловна Ризуанова. 

21 – 40 кеше категорияһында: Өфөләге А.И.Хохлов исемендәге 10-сы белем биреү үҙәге уҡыусылары. Етәксеһе – Гөлүсә Миңлеғәйет ҡыҙы Хәсәнова.

Уларға федераль этапта ла уңыш теләйбеҙ. Рәсәй буйынса еңеүсе синыфтар "Орленок" һәм "Смена" лагерҙарында ял итәсәк. 

Фото: education.bashkortostan.

 

 

"Рәсәй бөркөттәре" мөмкинлектәр аса
"Рәсәй бөркөттәре" мөмкинлектәр аса
"Рәсәй бөркөттәре" мөмкинлектәр аса
"Рәсәй бөркөттәре" мөмкинлектәр аса
"Рәсәй бөркөттәре" мөмкинлектәр аса
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас